Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Ғинуар 2020, 21:20

Яңы йыл депрессияһынан нисек ҡотолорға?

"Күптәр бер нисә көндән тағы эшкә барырға кәрәк тип, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә”, - ти психология фәндәре докторы Оксана Пикулева.

Ял итеү ни тиклем яҡшы булмаһын, оҙайлы ял ваҡытында ҡайһы бер кешеләр депрессияға бирелә икән.
“Ныҡ арығанлыҡтан, яңғыҙлыҡтан, бурысҡа батыуҙан бындай тойғоно кисереүселәр бар. Кемдәрҙәлер социаль селтәрҙәрҙән башҡаларҙың тормошон күреү, үҙе менән ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Күптәр тағы эшкә барырға кәрәк тип, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә”, - тип аңлата психология фәндәре докторы Оксана Пикулева.
Белгес кәйефте күтәреү өсөн түбәндәге кәңәштәрен бирә:
  • “Өс оҡшай”ҙы табығыҙ, йәғни насар уйҙарҙан арынып, ыңғай, яҡшы уйҙарға күсегеҙ;
  • Тирә-яҡтағыларҙы шатландырығыҙ, мәҫәлән, кемгәлер бүләк эшләгеҙ;
  • Күңелегеҙгә ятҡан шөғөл менән булығыҙ, үҙегеҙгә лә бүләк эшләргә онотмағыҙ;
  • Былтыр башҡарылған яҡшы эштәрҙең исемлеген төҙөгөҙ;
  • Ауыр саҡтарҙа дәртләндереп ебәрерлек афоризм, цитата йәки йырҙан өҙөк табығыҙ;
  • “Миңә оҡшаған 100” исемлеген төҙөп, уны 2020 йылға эш планына индерегеҙ. Мәҫәлән, күберәк йылмайырға, нимәлер һатып алырға һ.б.
  • Бурыстарығыҙҙы түләгеҙ һәм оҙаҡҡа һуҙылған эштәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ;
  • Өйөгөҙҙә йыйылған кәрәкмәгән әйберҙәрҙе ташлағыҙ;
  • Яңғыҙ булһағыҙ ҙа рок-н-ролл бейегеҙ - актив хәрәкәттәр яһау ышаныс тойғоһо өҫтәй.
  • Оксана Пикулева, 2020 йылға ҡыйыу пландар ҡороғоҙ, “Быға нисек өлгәшәсәгемде белмәйем, әммә маҡсатыма ирешәсәкмен” принцибы менән эш итегеҙ, тип кәңәш итә.
    Фото: legkovmeste.ru
    Читайте нас