Урамда скандинав таяҡтары менән йөрөүселәрҙе күреү хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Ҡатмарлы булмаған, әммә һөҙөмтәле норд, себер йәки фин йөрөшө спорт төрө тип танылған. Хәрәкәт ваҡытында сарыф ителгән физик көсөргәнешлектең йөҙөүҙекенән кәм түгеллеге күптән иҫбатланған. Был йөрөш бигерәк тә ололар өсөн файҙалы. Ни өсөнмө?
Скандинав хәрәкәте ваҡытында мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс инә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара, калориялар әүҙем юғалыу һөҙөмтәһендә артыҡ ауырлыҡ кәмей, хәрәкәт ышаныслы булып китә, үпкә кислород менән туйына, дөйөм алғанда, организм нығына, йәшәрә. Шулай ҙа һәр бер спорт төрөнөкө кеүек уның да кире күрһәтмәләре бар: вируслы, инфекциялы сирлеләргә, гипертониктарға, диабеттың ҡатмарлы стадияһындағыларға, шулай уҡ яңы ғына инсульт, инфаркт үткәреүселәргә скандинавса йөрөү тыйыла.
Был спорт менән ҡыҙыҡһыныусыларға дөйөм ҡағиҙәләргә иғтибар итергә кәрәк: алдан разминка эшләү, хәл бөткәнсе йөрөмәү (яңы башлағандарға тәүҙә 15 минут та етә, даими йөрөүселәргә – бер сәғәт), ҡағиҙә буйынса, ауырлыҡты тигеҙ бүлеп, тынды дөрөҫ алып хәрәкәт итеү – иң мөһим факторҙар. Таяҡты ла белеп һайларға кәрәк: кәүҙә оҙонлоғоғоҙҙо 0,66 һанына ҡабатлағас килеп сыҡҡан күрһәткес һеҙгә тап килә. Мәҫәлән, буй 165 см икән (165-те ҡабатлайбыҙ 0,66-ға), тимәк, 109 см бейеклегендәге таяҡ кәрәк.
Скандинавса йөрөүҙе тәнде алдан яҙмай тороп башларға ярамай (15 минут буйы муйын, аяҡ-ҡул, билдең мускулдарын төрлө физик күнегеүҙәр ярҙамында ҡыҙҙырып алырға кәрәк). Хәрәкәт иткәндә ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ башҡарыу мөһим. Һул аяҡты алға баҫҡанда уң ҡул артта ҡала һәм киреһенсә. Хәрәкәт тәбиғи, көсөргәнешһеҙ булырға тейеш. Был ваҡытта таяҡтар ергә һөйрәлмәй, ә әүҙем ҡатнаша, арттағы таяҡ осоноң ергә ҡырын барып ҡаҙалыуын тойорға тейешһегеҙ. Ҡул хәрәкәттәре тыныс, яурындан уҡ башлана. Кәүҙә саҡ ҡына алға эйелә, ауырлыҡты еңелсә алғы таяҡҡа һалабыҙ. Аяҡты шыуҙырып атламайбыҙ, тәүҙә үксәгә, шунан бармаҡ остарына баҫабыҙ. Тынды танау аша ике аҙым һайын алабыҙ, дүртенсе аҙымда ауыҙ аша сығарабыҙ.
Атлап килгәс, шунда уҡ туҡтарға ярамай. Уны талғын физик күнегеүҙәр менән тамамлап ҡуйыу зарур. Тәүҙә тәрән тын алып йөрөп алығыҙ, шунан таяҡ ярҙамында төрлө күнегеүҙәр яһағыҙ.
Күренеүенсә, ҡағиҙәләр ябай, сығымы ла әллә ни күп түгел, ә файҙаһы ифрат ҙур. Рәхәтләнеп саф һауала йөрөгөҙ, шул ваҡытта һаулыҡ, һығылмалылыҡ, көс һеҙҙе оҙаҡ ташламаҫ, кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр.