Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2020, 19:30

Ҡышҡы хәлһеҙлекте нисек еңергә?

Һалҡын ваҡытта организмға ниндәй витаминдар һәм минералдар айырыуса кәрәк? Табип кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Танылған табип-диетолог Марият Мухина йылдың һалҡын ваҡытында организмға айырыуса кәрәк булған витаминдар һәм минералдар тураһында хәбәр итә.

Ҡышҡы айҙарҙа кешегә ҡояш нурҙары йоғонтоһында етештерелә торған D витамины бик кәрәк. Ҡышын ҡояшлы көндәр һирәк булыу сәбәпле, махсус препараттар ҡулланыу бик мөһим. D витамины һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, сөләймән (лосось) һәм тунец балыҡтарында бар.

Шулай уҡ ноябрҙән мартҡа тиклем йыш ҡына В төркөмө витаминдары дефициты күҙәтелә. Улар хәлһеҙлекте һәм депрессияны еңергә булышыусы витаминдар булып тора. В витамины бөртөклөләрҙә, йәшел тәмләткестәрҙә, авокадола, сүпрәлә һәм шпинатта айырыуса күп.

Ҡыш көнө шулай ук организмда тимерҙең етерлек булыуы бик мөһим, ул ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте сәләмәт хәлдә тоторға ярҙам итә.

Һалҡын ваҡытта омега-3 майлы кислоталары арығанлыҡ һәм насар кәйеф менән көрәшергә ярҙам итә, улар майлы диңгеҙ балыҡтарында һәм сәтләүектә күп.
Читайте нас