Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Ғинуар 2020, 12:30

Сибайҙан Өфөгә - 1 сәғәт тә 40 минутта

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың июленә тиклем республикала тағы һигеҙ санавиация майҙансыҡтары төҙөләсәк

Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә санитар авиация өсөн майҙансыҡ асылыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың июленә тиклем республикала тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөләсәк. Ошо ваҡытҡа бындай майҙансыҡтар Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта (Сибайҙа), Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә барлыҡҡа килергә тейеш. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү ваҡытты экономиялай: мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан осоп килеү өсөн 40 минут, Сибайҙан һәм Баймаҡтан – бер сәғәт тә 40 минут, Белореттан – бер сәғәт тә 30 минут, Октябрьскийҙан бер сәғәт кенә кәрәк.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас