Юҡ икән, ошо кәңәштәр, һис шикһеҙ, ярҙам итер. Һау-сәләмәт булайыҡ!
1. Дөрөҫ туҡланыу. Омега 3 май кислоталары булған ризыҡтар - балыҡ, сәтләүек, көнбағыш ашарға тырышығыҙ. Әлеге антиоксидант баш мейеһе күҙәнәктәрен ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай. Һөт ризыҡтары организмды фосфор һәм кальций менән байыта. Калий, магнийға бай еләк-емеш, өрөк, күрәгә лә файҙалы.
2. Сәләмәт йәшәү. Насар ғәҙәттәр - спиртлы эсемлектәрҙе самаһын белмәй ҡулланыу, тәмәке тартыу хәтерҙе насарайта.
3. Хәрәкәт. Саф һауала күберәк булығыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
4. Тейешенсә йоҡлау. Бындай ял ваҡытында кешенең нерв системаһы тыныс була. Кеше көнөнә 7-8 сәғәт йоҡларға тейеш. Йоҡоһо туймаһа, ул тиҙ онотоусанға әйләнә.
5. Хәтерҙе яҡшырта торған күнегеүҙәрҙең дә файҙаһы бар. Мәҫәлән, ҡағыҙға өтөр аша мәғәнәләре буйынса бер-береһенә яҡын булмаған һүҙҙәр теҙмәһе яҙаһың. Төп маҡсат – уларҙы отоп ҡалып, ҡысҡырып ҡабатларға кәрәк. Һүҙҙәрҙең һанын әкренләп арттыраһың.
6. Китап уҡыу хәтерҙе яҡшырта. 14 йәшкә тиклемге балаларға ҡысҡырып уҡырға кәңәш ителә, ә оло кешеләргә китапты уҡығанда ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был хәтерҙе яҡшыртырға булыша.
7. Уйын ҡоралдарында уйнау файҙалы.
8. Ғәҙәттәрҙе үҙгәртеү. Ара-тирә уң ҡул менән эшләргә күнеккән ғәмәлдәрҙе һул ҡул ярҙамында башҡарып ҡарағыҙ. Әйтәйек, сәс тарағанда, теш таҙартҡанда.
9. Төрлө башватҡыстар, судоку, кроссворд, шашка, шахмат, домино уйындары хәтерҙе нығытырға ярҙам итә.
10. Күберәк кеше араһында булығыҙ, яңғыҙ ҡалып үҙ эсегеҙгә бикләнмәгеҙ.