Сәләмәт булайыҡ
12 Января 2020, 16:00

Алтмыш йәштән үткәндәргә нисек туҡланырға?

Был йәһәттән белгестәрҙең кәңәшен тыңлайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

"Роспотребнадзор" 60 йәштән үткәндәргә дөрөҫ туҡланыу йәһәтенән кәңәш бирҙе.
“Оло кешеләргә тоҙ, шәкәр, майлы ризыҡтарҙы ашауҙы сикләр кәрәк, әммә аҙыҡ кальций, магний, хром, калий, тимер кеүек аминокислоталарға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай булырға тейеш. Составында крахмал булған аҙыҡтар иң яҡшы углевод сығанағы һанала, күберәк зәйтүн майы ҡулланығыҙ. Емеш-еләк, йәшелсәгә бай рацион организмдағы холестерин һәм глюкоза кимәлен кәметә”.
Белгестәр шулай уҡ оло кешеләргә бәләкәй порциялар менән көнөнә 4-5 тапҡыр туҡланырға кәңәш итә.
“Әммә оҙаҡ йәшәүҙең сере дөрөҫ туҡланыуҙа ғына түгел, даими спорт менән шөғөлләнергә һәм сәләмәт тормош алып барырға кәрәк”, тип белдерҙеләр ведомствонан.
Фото: drweil.com
Читайте нас