Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар 2020, 13:44

Аҡ ҡайынлы тыуған яғым...

Ҡайынлыҡҡа инеп, зифа буйлы ағастар янына килеп баҫҡас, күңел яҡтырып, тәнгә хәл инеп, йән тынысланып китә. Кәйефһеҙҙең кәйефе күтәрелеп, һағышлының һағышы баҫыла... Беҙҙең районда, Ейәнсура яҡтарында, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә аҡ ҡайындар. Тимгел биҙәкле кәүҙәһе, һығылмалы ботаҡтары, шыбыр-шыбыр килгән япраҡтары саҡырып, әллә ҡайҙан сәләмләп, үҙҙәре янына килергә өндәгән кеүек.

Ҡайынлыҡҡа инеп, зифа буйлы ағастар янына килеп баҫҡас, күңел яҡтырып, тәнгә хәл инеп, йән тынысланып китә. Кәйефһеҙҙең кәйефе күтәрелеп, һағышлының һағышы баҫыла... Беҙҙең районда, Ейәнсура яҡтарында, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә аҡ ҡайындар. Тимгел биҙәкле кәүҙәһе, һығылмалы ботаҡтары, шыбыр-шыбыр килгән япраҡтары саҡырып, әллә ҡайҙан сәләмләп, үҙҙәре янына килергә өндәгән кеүек.


Файҙаһы – һанап бөткөһөҙ


Ҡайындың тышҡы матурлығынан башҡа, ифрат файҙалы көскә эйә булыуы ла билдәле. Уның бар өлөштәре лә кеше сәләмәт йәшәһен өсөн тәғәйенләнгән. Көнө-төнө ерҙән һурған файҙалы ҡеүәтте ул беҙгә бирә, ал да ҡуллан ғына.

Халыҡ медицинаһында ҡайын ағасының бөтөн өлөштәре – бөрөһө, япрағы, алҡалары, һыуы, туҙы, дегете, бәшмәге ҡулланыла.
...Ҡайын бөрөһө тиһәм, бала саҡ иҫкә төшә. Әсәйем уларҙы һәр яҙ йыя ине. Төнәтмәһе менән беҙ тамаҡҡа һыуыҡ тейһә сайҡай йәки ҡалаҡлап эсә инек. Өс ишекле шифоньерҙың өҫтөндә торғанын хәтерләйем. Буй етмәгәс, урындыҡҡа баҫып ала инек.
Бөрөнө киптереп, сәй итеп тә эсер­гә була. Ул бронхит, трахеит, ангина, пневмония менән сирләгәндә эстән лайланы сығара, тын юлдарын дезинфекциялай. Шулай уҡ бауыр йәки үт ҡыуығы сирҙәренән дә ҡотолорға ярҙам итә. Ул үт торғонлоғон сығара, тимәк, үт ҡыуығында таштар барлыҡ­ҡа килеүҙән һаҡлай. Шәп бит! Ҡайын бөрөһө бик күп, барыбыҙға ла етә. Ә бына бөгөн үт ҡыуығына операцияны йыш яһайҙар, ул булмағас, организм ҡыйынлыҡтар кисерә, сөнки бер ағза ла артыҡ түгел, һәр береһенең үҙ роле. Ошо йүнәлештә ҡайын бөрө­ләре ярҙамға килеүе ихтимал.
Уларҙы февраль-март айында, әле асыла башламаған саҡта йыялар. Саҡ сыҡҡан япраҡтар ифрат файҙалы. Табанға шпор сыҡһа, уны иҙеп ябырға кәрәк. Яҙ йәш япраҡтарҙы йыйып, быуындарға ҡаплаһаң, быуын сиренән – ревматизмдан ярҙам итә. Һөҙөмтә булһын өсөн йылы итеп төрөп, тирләгәнсе тоторға кәрәк.
Ревматизмдың ни икәнен үҙемдән беләм. Ул япраҡтарҙы әсәйем йыйып, аяҡтарыма яба ине. Нисек итепме? Ыштан балағына тултырабыҙ ҙа аяҡтарҙы тирләткәнсе тығып ултырам.
Һыуыҡ тейеп, тын алыу ауырлаша икән, ул осраҡта инде сәй итеп, төнәтеп эсеү файҙалы. Бының өсөн яҙ көнө ҡулға йәбешеп торған 1-1,5 сантиметр ҙурлығындағы япраҡтар файҙалы. Уларҙағы В витамины ҡан тамырҙарын нығыта, ә С витамины гөлйемешкә ҡарағанда ла күберәк.
Бөйөр сирҙәре булғанда киптерел­гән япраҡтарҙан түбәндәге рецепт менән төнәтмә яһап эсеү файҙалы. Дүрт сәй ҡалағы киптерелгән ҡайын япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәбеҙ, һыуынғас, семетеп кенә сода һалабыҙ, алты сәғәт тотабыҙ һәм 4-5 сәғәт эсендә икегә бүлеп эсәбеҙ. Шулай уҡ япраҡтар подагранан файҙалы тип иҫәпләнә, сөнки ул тәндән бәүел кислотаһының артығын сығара. Ә инде мунсала рәхәтләнеп сабынған япраҡтың файҙаһын бөтөн кеше лә белә.


Алҡаларҙың тылсымы бар..


Яҙғы ташыуҙар бөтөүгә, ҡайындар алҡаларын элеп тә ҡуя. Әйтерһең дә, беҙ ниндәй матур тигәндәй, елбер­ҙәшеп ултыралар. Ә ул алҡаларҙың ниндәй дауалау көсөнә эйә икәнен белгәндәр эргәләренән бер ваҡытта ла битараф үтеп китмәй. Уның оҙон булып, аҫҡа һуҙылып торғанын йыялар. Ҡайын алҡалары беҙҙең тән ниндәй дәрәжәлә сәләмәт булырға тейеш булһа, шуларҙың барыһын да тәьмин итерлек көскә эйә. Күп сирҙәр­ҙең сәбәбе булған паразиттарҙы сығарыу көсөнә эйә булыуҙары мине бигерәк тә ҡыҙыҡһындырҙы. Бының өсөн алҡаларҙы төрлөсә файҙа­ла­нырға була. Мәҫәлән, 100 грамм кип­кән сеймалды дүрт стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең, һөҙәһең, ашар алдынан яртышар стакан эсәһең.


Ябай бәшмәк түгел


Ҡайһы бер ҡайындарҙың олонона йәбешеп үҫкән бәшмәк тә дауалау көсөнә эйә. Уны сәләмәт, йәше уртаса булған ҡайындан йыялар. Алып ҡайт­ҡас, эсен-тышын таҙартып, ваҡ итеп турап киптерергә кәрәк. Шунан бер стакан ҡайнар һыуҙа бер ни тиклем өлөшөн һалып төнәтәһең. Ул баш ауыртыуын баҫа, аппетитты яҡшырта, хәлһеҙләнгәндә көс бирә. Шулай уҡ шештәрҙе кәметеүе тураһында ла күп сығанаҡтарҙа яҙалар. Хәҙерге көндә киң таралған яман шеш сиренән дә ҡайын бәшмәге төнәтмәһен эсеп файҙа күреүселәр хаҡында мәғлүмәт­тәр осрай. Уның сәйе ҡан баҫымын нормаға килтереүе лә билдәле. Ул тәндәге артыҡ шыйыҡсаны сығара, артыҡ һыу киткәс, бөйөрҙәрҙең баҫымы ла нормаға килә, ҡан баҫымы ла һәйбәтләнә.


Туҙҙың да сихәте ҙур


Ә бына ҡайындың туҙы хаҡындағы хәтирәләр, бала саҡҡа ҡайтыр юлдар юҡ тип йырлаһалар ҙа, йыраҡтарҙа ҡалған йылдарға алып китте, уның тәмен, еҫен иҫкә төшөрҙө, сөнки бала саҡ – самими, һәр нәмәгә ихлас ҡа­раған саҡ. Иҫтә ҡалған еҫтәрҙең бе­реһе – ҡара һағыҙ әҙерләгәндә һары майҙа ҡайнаған ҡайын туҙының еҫе. Биштирәк ауылында ул ваҡытта һағыҙҙы күп кенә әсәйҙәр ҡайната ине. Беҙ, бала-саға, ҡайһы саҡта яндарында уны йомшаҡ көйөнә алып сәйнәр өсөн көтөп йөрөй торғайныҡ. Һағыҙ ҡайнатыу үҙенә күрә бер күңелле сара була, һәм ул күп осраҡта Ергәйеш йылғаһы ярында үтә ине.
Ә ул былай эшләнә ине. Яҙ көнө, һуты кипкәнсе, йомшаҡ туҙҙы йоҡа ғына итеп, шымаһын ғына һыҙырып алып ҡайталар. Шунан бала-саға уларҙы ботаҡтарҙан, йәбешеп ҡалған ағас киҫәктәренән таҙарта. Ваҡ өлөштәргә турайбыҙ. Ҡайнатыу эшен беҙгә ышанып тапшырмайҙар ине, сөнки һағыҙ ҡыҙыу усаҡ өҫтөндә ҡайнай, уны туҡтауһыҙ ҡарап-тикшереп торорға кәрәк: ут ҡабып янып китмәһен йәки усаҡ ҡыҙыу булып көймәһен өсөн. Бәләкәй суйын ҡаҙанда һағыҙ өлгөргәс, уны һалҡын һыуға тығып һыуыталар. Шунан ҡаҙан эсендәге һағыҙҙы өлөштәргә бүлеп әүәләйҙәр. Беҙ, бала-саға, эй ярата инек шул һағыҙҙы сәйнәргә!
Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, беҙҙең яҡтарҙа һағыҙ ҡайнатыу онотолоп бара кеүек, элегерәк, Ейән­сура яғына ҡайтһам, гел алып китә инем. Һуңғы ваҡытта осратҡаным юҡ.
Ә яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙә беҙҙең районда ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыусы бар икәнен белеп ҡы­уандым. Заказ да биреп ҡуйҙым әле. Тәбиғәттең бик матур урынында урын­лашҡан Трушино ауылында йәшәгән апай һағыҙ ҡайнатыу кәсебен һаҡлап ҡалыусыларҙан икән.
Был һағыҙҙың бик файҙалы икән­леген уның составынан уҡ белеп була: ҡайын туҙы һәм үҙебеҙҙең яҡтың тәмле үләндәрен ашаған һыйыр­ҙарҙың ҡаймағынан яһалған май! Был ике ингредиенттың бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Ә бына хәҙерге заман балалары һәм үҙебеҙ ауыҙ тултырып сәйнәп йөрөгән магазин һағыҙының составын ҡараһаң, һушың китеп йығылырлыҡ. Төрлө консервант­тар­ҙан, буяуҙарҙан, тәмләткестәрҙән яһалыуы етмәгән, ап-аҡ булһын өсөн химикат ҡушып ағарталар ҙа икән. Ә беҙ шул ағыуҙарҙы сәйнәгән һайын йотабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, уның соста­вындағы Е маркалы аҙыҡ өҫтәмәһе яман шеш сиренә еткереүен немец ғалимдары иҫбатлап, халыҡты был һағыҙҙарҙы сәйнәмәҫкә өндәй. Ә беҙҙең ҡара һағыҙҙы сәйнәгән һайын организм файҙалы элементтар ғына ала. Ҡайын туҙы иҫ киткес файҙалы, мөғжизәле көскә эйә булған тәбиғи хазина бит ул. Ҡасандыр батша һалдаттары һәм офицерҙары аяҡ кейемдәренә туҙҙан яһалған олтораҡ ҡына һалғандар. Уның составындағы бетулин һәм көмөш һалдаттарҙың аяҡтарын бәшмәк кеүек зарарлы сирҙән һаҡлаған. Тимәк, һағыҙҙың сос­тавында ла вирустарға, инфекция­ларға ҡаршы көс бар. Был бик һәйбәт. Бигерәк тә киҙеү осоро еткәс, сирҙе иҫкәртеү өсөн сәйнәп алһаң да ярай. Ә яраға туҙҙы онтап һипһәң, ул тиҙ төҙәлә һәм еүешләнмәй. Унан яһалған һауыттарҙа ризыҡ тиҙ боҙолмай, һыуынмай һәм йылынмай, саф килеш һаҡлана.


Һутында ла күпме көс


Яҙ ҡар иреп, бөрөләре сығыуға, ҡайындың олононда һут йөрөшө башлана. Ҡайын һыуын күптәр эсеп ҡарағандыр. Ул организмға һәр яҡлап файҙалы. Бигерәк тә бала имеҙгән йәш әсәләргә: һөт сығышын яҡшырта, уны арттыра. Фәнни тел менән әйтһәк, “лактация” тип атала. Тик уны аҙлап ҡына эсә башларға, баланың организмын күнектерергә кәрәк.

Ҡайын һыуын алған ваҡытта тәби­ғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында ла онотмайыҡ. Һыу ағыҙыр өсөн яһалған тишекте балсыҡ йәки ағастарға һылау өсөн эшләнгән махсус ҡатнашма ме­нән һылап китеү фарыз. Улай итмә­һәң, һыуы тишектән ағып бөтөп, ағас ҡороп ҡаласаҡ.


Дегеттең даны ҙур


Ҡайын дегетенең файҙаһын мин мәктәптә эшләгәндә ашҡаҙаным ауыртып йөрөй башлағас күрҙем. Бер йәрминкәлә “Ҡайын дегете” тип яҙыл­ған шешә күреп ҡалдым. Уның фай­ҙаһын һатыусы тәфсирләп аңлатты. Һатып алдым, ул әйткәнсә, ашар алдынан көнөнә бер-ике тапҡыр ярты сәғәт алдан бер сәй ҡалағы йылы һыуҙа ебетеп эстем.. Ашҡаҙаным тиҙ рәтләнде, аҙаҡ уны һатып алып, организмға профилактика өсөн эстем. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул иҫ киткес файҙалы. Паразиттарға, дерматит, псориаз, мастит, экзема, ангина, астма, бронхит, артрит, артроз кеүек сирҙәргә ҡаршы тора ала дегет. Эстәге таштарҙы иретә, яман шеште үҫтермәй.
Был сирҙәрҙән яфаланғанда 0,5 литр дегетте өс литр ҡайнар һыуҙа ебетеп, туғыҙ көн ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Ошо көндәр эсендә уның бөтөн файҙалы элементтары һыуға сығып әҙер булғас, ашар алдынан 30 минут ҡала көнөнә ике-өс тапҡыр 100 миллилитр эсергә була. Һауыҡҡас, туҡтатырға. Ә иҫкәртеү өсөн йыл буйы һәр миҙгелдә бер-ике аҙна эсеп торһаң, бер ҙә ҡамасау­ламай.
Әлбиттә, һәр нәмәлә сама кәрәк. Ишеттем дә, ауыҙ тултырып эсә-ашай башланым түгел! Һәр кем үҙенең хәл-торошон белергә, дауалауҙы аҙлап, организмды яйлап күнектереп баш­ланыуы, үҙгәрештәрҙе һиҙергә тейеш. Әгәр ҙә дауалаусы табип менән кәңәш итеү зарур икән, уныһы ла урынлы булыр. Хәҙер мәғлүмәт күп, уҡығас, һәр яҡлап үлсәргә кәрәк. Шул ваҡытта дауаланыу, сирҙе иҫкәртеү ҙә бары файҙаға ғына була. Мәҫәлән, кем­деңдер бауырында торғонлоҡ юҡ икән, ул еңел генә эсергә мөмкин. Ә бәғзенең бауыры тығылған, үт ҡыуығы һытылыр хәлгә еткән икән, ул саҡта аҙлап ҡына ҡулланыу фарыз, сөнки бауырҙағы таштар ҡуҙғалыуы, уның юлдарында йыйылған төрлө лайла-майҙар шулай уҡ сығыуға табан юллана башлауы ихтимал.
Кемдеңдер бөйөрөндә таштар бар икән, ул осраҡта аҙлап ҡына эсеп, таштарҙы иретеп сығарып бөтөрөп була. Тик кинәт күп итеп эсеп, таш­тары ҡуҙғалып, көслө өйәнәк баш­ланырға мөмкин. Ауырлы ҡатындарға ла табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Аллергиялы кешеләргә организмдың реакцияһы буласағын онотмаҫҡа кәрәк. Ғөмүмән, ниндәй генә сәлә­мәтләнеү процедураһын башлаһаҡ та, иң тәүҙә сир киҫкенләшеп китеүе ихтимал. Ул шулай булырға тейеш: эстәге сир һабын күбеге һымаҡ юҡҡа сыға алмай, ул төрлө юлдар менән тышҡа сығыу юлын эҙләй.
...Аҡ ҡайын – күркәм, файҙалы ағас. Күпме сер йәшерелгән һиндә! Тамырҙарың менән ҡара ерҙән, ер аҫты һыуҙарынан кеше өсөн күпме файҙалы матдә һурып алып бирәһең, беҙ сәләмәт, бәхетле булһын тип үҫәһең. Яныңа килеп баҫыуға, шыбырлап ҡына нимәлер әйтергә ын­ты­лаһың. Тик ҡайһы берҙә бары­быҙҙың да күңеленә инеп, серҙәреңде еткерә алмағаныңа бойоғоп та ултыраһың кеүек...
Татарстан Республикаһы.
Читайте нас