Ҡайһы бер ризыҡтарҙы ас ҡарынға ашау сәләмәтлек өсөн зыян килтерә. Улар ашҡаҙандың лайлалы тышлығын ярһыта, гастрит, диабет һәм башҡа ауырыуҙарҙы барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Цитруслылар - әфлисун, мандарин һәм лимондың аллергия һәм ашҡаҙан ауырыуы барлыҡҡа килтереүе бар.
Бананда магний күп, ул йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге өсөн файҙалы. Шул уҡ ваҡытта кальций-магний балансын боҙорға мөмкин.
Сей йәшелсәләр составында кислоталар бар һәм шуның менән ашҡаҙандың лайлалы тышлығын ярһыталар. Ашҡаҙан сирлеләргә сей ҡыяр, помидор, кәбеҫтә ашарға ярамай.
Иртән организмға йогурт бактериялары кәрәк түгел. Шуға ла был осраҡта уны файҙалы тип ашау дөрөҫ түгел. Ашарға ярай, әммә файҙаһы һиҙелмәйәсәк. Йогуртты иртәнге аштан һуң 2-3 сәғәт үткәс кенә ашарға була.