Укроп тәмләткес кенә түгел, ә ҡан баҫымы, пневмония, ашҡаҙан ауырыуҙарынан дарыу ҙа.
Составында А, В, С, Е витаминдары, кальций, тимер, фосфор, аскорбин кислотаһы бар.
Был йәшел тәмләткесте даими ҡулланыу һөҙөмтәһендә ҡан кислородҡа байып тора, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Укроп һабағы менән япрағында баш мейеһендәге ҡан тамырҙарын һәм йөрәк мускулдарын киңәйтә торған анетин бар, был матдә уларға файҙалы микро һәм макроэлементтар менән туҡланырға ярҙам итә.
Укроп йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар өсөн дә файҙалы. Һөттө арттыра, нервы системаһын тынысландыра, аш эшкәртеү процесын көйләй, организмды токсиндарҙан, шлактарҙан таҙарта, йүткереүҙән дә файҙаһы бар.
Бөйөрҙә һәм үт ҡыуығында таш булһа, ваҡлап туралған ике аш ҡалағы укроп өҫтөнә 400 мл ҡайнар һыу һалып, өҫтөн ҡаплап, 15-30 минут төнәтегеҙ. Унан һөҙөгөҙ һәм йылы килеш көнөнә өс-дүрт тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ. Дауаланыу өсөн төнәтмәне ике-өс аҙна дауамында ҡулланырға кәңәш ителә.
Гипертониянан (юғары ҡан баҫымы): бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған укропҡа 150-200 мл һыу ҡайнатып һалып, 15-20 минут төнәтәләр. Бер стакан төнәтмәне көн дауамында, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, өскә бүлеп эсәләр. Әлеге рецепт йоҡоһоҙлоҡтан да файҙалы.
Ашҡаҙан һәм эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолғандан, бауыр ауыртҡандан: ике сәй ҡалағы укроп орлоғон 400 мл ҡайнаған һыуға һалып, 30 минут төнәтегеҙ. Һөҙөлгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, яртышар стакан эсегеҙ.
Бронхит, пневмония ваҡытында: 500 мл ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып төнәтегеҙ һәм көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға 100-әр мл эсегеҙ.