Учапы районының үҙәк дауаханаһына ҡаты сир менән килеп эләккән ун йәшлек бала хаҡында яҙғайныҡ инде. Барыбыҙ ҙа Алмастың сәләмәтлеге өсөн борсолдоҡ, ике-өс тәүлек буйы йәшәү менән үлем араһында ҡалған сабыйы өсөн өҙгөләнгән әсәнең (атаһы вахта эшендә икәнен беләбеҙ), яҡындарының хәлен яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ.
Шәмбе көндө тубығын сыйғандан һуң кискә табан хәле бөтөп, аяҡ-ҡулдарына таптар сыҡҡан, аҙаҡ башы шешенә башлаған сабыйы өсөн ҡото осҡан әсә, такси саҡыртып, егерме саҡрымдағы ҡалаға юлға сыға, тип хәбәр итте ProUfu порталы. Көс-хәл менән дежур табипҡа эләгәләр. Температураһы күтәрелгән малай ауыртыныуҙан түҙә алмай ҡысҡыра башлағас, ауыртыуҙы баҫа торған укол эшләй башлайҙар. Яҡындары баланы ауыртыныуҙы күтәрә алмай үлеп китер, тип ҡурҡа.
Алмастың ағаһы хәбәр итеүенсә, кисә баланы Республика балалар клиник дауаханаһына килтереп еткергәндәр. Уны тейешле бүлексәгә урынлаштырып, дауалай башлағандар. Баланың сәләмәтлеге - тәжрибәле белгестәр ҡулында. Дауалауҙың ике аҙнанан ике айға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Бөтәһе лә яҡшы булыр, оҙаҡламай Алмас һауығып, йәштәштәре менән мәктәпкә йүгерер, тип өмөтләнәбеҙ. Сабыйға һаулыҡ, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.