Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Ул ашығыс медицина ярҙамын, офтальмология һәм травматология хеҙмәтен үҫтереү, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн маҡсатҡа ярашлы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә арналды.
Кәңәшмә башында Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаеваға “Рәсәйҙең почетлы доноры” билдәһен тапшырҙы. 2004 йылдан ул 55 тапҡырҙан (26 литрҙан) ашыу ҡан биргән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урынды яулаған Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһының шәфҡәт туташы Ирина Тюсенкованы, Яңы йыл байрамы осоронда яраланған йөклө ҡатынды һәм уның сабыйын ҡотҡарып ҡалған бер төркөм табиптарҙы дәүләт наградаларына тәҡдим итергә ҡушты.
Сарала төбәк Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская граждандарҙың һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы мөрәжәғәттәре тураһында һөйләне. Ғинуарҙың тәүге яртыһында “Инцидент менеджмент” системаһы ошондай 84 мөрәжәғәтте теркәгән (былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк). Дөйөм мөрәжәғәттәр күләмендә медицина мәсьәләләре алтынсы урынды биләй. Халыҡ медицина учреждениеларына, тар белгестәргә ҡытлыҡҡа, табипҡа яҙылыуҙағы етешһеҙлектәргә зарлана, дауаланыуҙа ярҙам һорай.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, төбәктәге медицина ойошмаларына белгестәр йәлеп итеүҙә ыңғай хәл күҙәтелә, тип белдерҙе. Уларҙың дөйөм һаны 360-ҡа артҡан. Радий Хәбиров киләһе кәңәшмәлә быйылға план күрһәткесен билдәләргә ҡушты. Уның әйтеүенсә, яңы 500 табип тураһында һүҙ барырға тейеш.
Ашығыс медицина ярҙамының 2019 йылғы эшмәкәрлегенә килгәндә, медицина бригадаларының ауырыуҙар янына ваҡытында барып етеү күрһәткесе 98 проценттан ашып киткән. Хеҙмәт табиптар менән - 54,5, урта медицина персоналы менән 79,9 процентҡа тәьмин ителгән. Һуңғы ваҡытта санитария автотранспорты байтаҡҡа яңыртылған. Былтыр хеҙмәткә 61 яңы автомобиль тапшырылған.
Максим Забелин шулай уҡ 2024 йылға тиклем ашығыс медицина ярҙамын үҫтереү һәм фажиғәләр медицинаһы концепцияһын тормошҡа ашырыу этаптары менән таныштырҙы. Ул хеҙмәттең ойоштороу структураһын камиллаштырыуҙы, туғыҙ муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһен һәм ун стационар бүлексә асыуҙы күҙ уңында тота.
– Мине бер нисә тема борсой. Тәүгеһе – ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы йәлеп итеү. Артабан – техника, иң элек ашығыс ярҙам автомобилдәре менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ. Өсөнсөһө – табиптарға ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләүе уңайлы булһын өсөн бөтә структуралар менән бәйләнеш булдырыу. Һәм иң мөһиме – сирлеләр янына тиҙ арала барып етеү. Ошоларҙы контролдә тотоуҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.