Сәләмәт булайыҡ
18 Января 2020, 07:17

Ябығырға теләһәң - аша!

Рәхим итегеҙ: "биш ҡалаҡ" диетаһы.

Ашап та ябығырға мөмкин икән. Ул – “биш ҡалаҡ” диетаһы.
Күпме дауам итергә икәнлеген үҙегеҙ билдәләйһегеҙ, ә үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ашау ваҡыты һәр көн теүәл бер ваҡытта булырға тейеш. Сығымы ла аҙ. Һөҙөмтәлә, диета тотоу дауамлылығына ҡарап, 5-20 кг ауырлыҡтан ҡотолорға мөмкин.

Йөклөләргә, бала имеҙеүселәргә, хроник сирлеләргә был диета ярамай.

"Биш ҡалаҡ" беренсе сиратта стрестан арынырға, үҙ рационын контролдә тота алмағандарға ярҙам итә. Ризыҡты аҙ ғына итеп ике-өс сәғәт аралыҡ менән ҡабул итергә кәрәк. Һөҙөмтәлә организм асығырға өлгөрмәй, киңәйгән ашҡаҙан "йыйыла", ҡандағы шәкәр күләме кәмей, туҡлыҡлы матдәләрҙе эшкәртеү яҡшыра.

Диетаның тәртибе түбәндәгесә:
  1. Һәр ашағанда тәрилкәгеҙгә биш ҡалаҡ ҡына ризыҡ һалырға кәрәк.
    2. Ашау аралығы ике-өс сәғәттән дә кәм булырға тейеш түгел.
    3. Төндә, йоҡлар алдынан да ашаһағыҙ була. Ләкин алдағы ике ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк.
    4. Менюны үҙегеҙ төҙөгөҙ. Нимә теләйһегеҙ – шуны ашарға мөмкин.
    5. Газлы һәм шәкәр күп булған (шул иҫәптән, теләһә ниндәй һуттар) эсемлектәр эсеү ҡәтғи тыйыла.
    6. Сәй, кофе, ябай һыуҙы әлеге диетала сикләүҙәрһеҙ ҡулланырға була.
    7. Магазин соустарынан, маринадланған, тоҙланған әйберҙәрҙән баш тартырға кәрәк.
    8. Өҫтәлдә ҡыҙҙырылған, ярымфабрикат ризыҡтар булырға тейеш түгел. Аҙыҡ-түлекте сей килеш ашап була икән, бешереп торорға кәрәкмәй.

Әлбиттә, диетаны тотор алдынан табиптар менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.


Фото: zen.yandex.ua
Читайте нас