Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Ғинуар 2020, 12:00

Йөрәк йәш булып ҡалһын тиһәгеҙ...

Был хаҡта кардиологтар ниндәй кәңәштәр бирә?

Был хаҡта кардиологтар ниндәй кәңәштәр бирә?
1. Бер ваҡытта ла артығын ашамағыҙ.
Йөрәк яҡшылап эшләһен өсөн дөрөҫ туҡланыу һәм аҡһымдар (мускул туҡымаларының нигеҙе), углеводтар (энергия бирә) кәрәк. Әгәр күп ашаһаң, аҙыҡ ашҡаҙанға артыҡ йөк булып ята, һөҙөмтәлә ул йөрәккә лә насар тәьҫир итә. Кардиологтарҙың “застольное сердце” тип аталған термины ла бар. Ул - артыҡ ашауҙан йөрәк өйәнәге тотоуы. Шуға күрә өҫтәл артынан туймайыраҡ торорға кәрәк.
2. Сельдерей һәм петрушкаға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Көнөнә 100-150 грамм селдерей ашау йөрәккә кәрәкле матдәләрҙе бирә. Бер сәй ҡалағы петрушканы ярты стакан һыуға болғатып эсеү йәки 30-40 грамм ашау ҡан баҫымын төшөрә.
3. Томат һуты эсегеҙ.
Күп һанлы тикшеренеүҙәр томат һутының йөрәк һәм ҡан тамырҙарына ярҙам итеүен күрһәтә. Шулай уҡ ул юғары ҡан, мейеләге баҫымдарҙан ярҙам итә.
4. Иммун коктейле эсегеҙ.
Йөрәк яҡшы эшләһен өсөн ҡан баҫымын контролдә тотоғоҙ. Әгәр ул юғары булһа, иртәнсәк балан төнәтмәһенә 15-20 тамсы эхинацияны ҡушып эсегеҙ. Шулай уҡ цикорий, бал һәм лимон ҡулланыу ҙа ярҙам итә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға ҡара бөрлөгән һәм имбирҙы ҡайнатып эсергә кәрәк.
5. Калий һәм магний запасын туплағыҙ.
Күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ: бер туҡтауһыҙ бар организм буйынса ҡанды ҡыуыу өсөн йөрәккә күпме көс кәрәк! Ә йөрәктең тибешен ҡайғылы ғына түгел, шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа үҙгәртеп ебәрә. Шуға күрә уны һаҡлау өсөн магний һәм калий кәрәк. Улар ҡабығы менән бешерелгән картуфта, йөҙөмдә һәм фасолдә бар. Бынан тыш магний һәм калий витамин комплекстарын да ҡулланырға тәҡдим ителә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас в