Сәләмәт булайыҡ
20 Января 2020, 20:24

Ҡан төркөмөнә ҡарап...

Табиптар кешеләргә яман шештең ниндәй төрө янау ихтималлығын асыҡлау йәһәтенән тикшеренеүҙәр үткәргән.

Ҡан төркөмөнә ҡарап, табиптар кешеләргә яман шештең ниндәй төрө янау ихтималлығын асыҡлау йәһәтенән тикшеренеүҙәр үткәргән.

Ҡаны беренсе төркөмгә ҡарағандар йыуан эсәк яман шешенән һаҡланырға тейеш. Уларға, үҙҙәренең нәҫелендә был сир күҙәтелгәндә, 40 йәштә колоноскопия үтеү кәңәш ителә.

Икенсе төркөмгә ҡарағандарға ашҡаҙан яман шеше янауы ихтимал. Табиптар уларға 45 йәштә гастроскопия үтергә кәңәш итә. Һәм был процедураны ике-өс йылға бер ҡабатлап торорға кәрәк.

Өсөнсө төркөмдәгеләр ашҡаҙан аҫты биҙе яман шешенән һаҡланһын. Был айырыуса артыҡ кәүҙә ауырлығы булғандарға ҡағыла. Сирҙе иҫкәртеү өсөн ҡорһаҡ ҡыуышлығына УЗИ үтеп, ҡандың биохимик анализын тапшырып торорға кәрәк.

Дүртенсе төркөмгә ҡарағандарҙа бөйөр яман шеше ихтималлығы ҙурыраҡ. Бөйөрҙәргә УЗИ үткәреп тороу кәңәш ителә.

Белгестәр әйтеүенә ҡарағанда, яман шештең барлыҡ төрҙәре араһында бөйөр яман шеше - “яҡшыһы”. Ни өсөн тигәндә, уны асыҡлау еңелерәк һәм һәйбәт дауалана икән.

Шулай ҙа ғалимдарҙың күбеһе яман шеш тураһында алдан фаразлауҙы кофе ҡуйыһында күрәҙәлек итеүгә тиңләй. Был осраҡта бер ниндәй гарантия ла була алмай, тиҙәр. Хоҙай үҙе һаҡлаһын.

Әйткәндәй, киләсәктә төрлө шештәрҙән, шул иҫәптән яман шеш ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары кәмергә тейеш. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән “Яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проектына ярашлы, 2024 йылға төбәктәрҙә онкология сирҙәренән ярҙам күрһәтелгән 420 үҙәк асыу, 160 диспансер һәм дауахананы заманса йыһаздар менән тәьмин итеү ҡаралған. Шулай уҡ алдынғы алымдар ҡулланып диагноз ҡуйыусы, ҡуйылған диагноздарҙы тикшереүсе 18 референс-үҙәк асылырға тейеш.



Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас