Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы – республикалағы иң ҙур медицина учреждениеларының береһе, уның коллективы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индерә.
Бында эләккән пациенттарҙың 70 процентын “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерә. Уларға кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителә. Ошондай тынғыһыҙ режимда эшләү хеҙмәткәрҙәрҙән һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, тиҙлек, хәлде аныҡ баһалау, пациенттың хәленә ҡарап, дөрөҫ процедуралар билдәләү кеүек сифаттарҙы ла талап итә. Дауахана йылына 67 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Пациенттарҙың яртыһынан күберәге стационар шарттарҙа дауалана.
2009 йылдан дауахана базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге ойошторолған. Был – заман талабы, сөнки статистика күрһәткестәре буйынса йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренән Рәсәйҙә яҡты донъя менән хушлашыусылар беренсе урында тора.
Йыл һайын дауаханала һөнәри оҫталыҡты билдәләү өсөн “Йыл кешеһе” бәйгеһе ойошторола, унда халыҡ сәләмәтлеге мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткән һөнәр оҫталары билдәләнә.
Мәҫлән, 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Йыл уңышы” номинацияһында учреждениеның нейрореанимация бүлеге хеҙмәткәрҙәре еңгән. Улар тәүлек әйләнәһенә иң ауыр ҡан тамырҙары патологиялары менән көрәшә, бүлектең анестезиолог-реаниматологтары һәм шәфҡәт туташтары инде өмөтһөҙ тойолған пациенттарҙың да ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Көндәлек ҡаһарманлыҡ өлгөһө!
Былтыр бүлектең юғары профессиональ оҫталығы халыҡ-ара эксперттар, шул иҫәптән "Хорев" медицина үҙәге (Хайфа ҡалаһы, Израиль) табиптары тарафынан да билдәләнгән.
Әйткәндәй, учреждение “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Проект сиктәрендә 2019 – 2020 йылдарҙа учреждениела юғары технологиялы ҡоролмалар һатып алынған һәм алынасаҡ, булғандары яңыртыласаҡ, шул иҫәптән ангиограф, томограф, магнит-резонанс томографы һәм башҡалар. Был, һис шикһеҙ, дауахананың хеҙмәтләндереү сифатын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрәсәк.