Сәләмәт булайыҡ
24 Ғинуар 2020, 10:30

Хәләл табын ҡороп, саф һауала уйнап...

Бөрйән район мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" интернет-конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Бөрйән район мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" район интернет-конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сәләмәт тормошто үҙ иткән ғаиләләр араһында интернет-конкурс район хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан ойошторола.
1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем марафон форматында барған ярышта райондың һигеҙ ғаиләһе ҡатнаша. Ойоштороусылар һигеҙ көн буйы уларҙың хәләл табын ҡороп, балалары, ейәндәре менән саф һауала уйнауын, тәбиғәт ҡосағында ял итеүен, бергәләшеп үткәргән ял сәғәттәрен күҙәтә. Һәр ғаилә, конкурс шарттарын теүәл башҡарып, намыҫлы һәм ғәҙел һынау тота.
Фото һәм видеоотчеттарҙы өйрәнеп, баһалама төркөмө ағзалары үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, бөтә ғаиләләр ҙә еңеүгә лайыҡлы тип табыла һәм бөтә ҡатнашыусыларҙы ла төрлө номинацияларҙа билдәләй, бүләктәр тапшыра.
Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас