Сәләмәт булайыҡ
24 Января 2020, 15:15

Иң таралғаны - һөт биҙе яман шеше

2018 йыл менән сағыштырғанда, сирлеләр һаны бер меңгә артҡан.

2019 йылда белгестәр тарафынан 14 мең яман шеш осрағы асыҡланған. Был хаҡта”Ъ-Уфа” ойошторған матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, сирлеләр һаны 2018 йыл менән сағыштырғанда бер меңгә күбәйгән. Әммә был – дөйөм Рәсәй тренды, яман шеш йылдан-йыл артыуын дауам итә, тип өҫтәне етәксе. Иң ныҡ таралыу алғаны - һөт биҙе яман шеше. Икенсе урында – үпкә, өсөнсөлә – простата шештәре.
Министр республикала онкологияға ҡаршы көрәштең әүҙем алып барылыуын билдәләне. Яңы үҙәктәр, бүлексәләр асыла, кадрҙар әҙерләнә. Шулай уҡ ауырыуҙы тәүге этабында “тотоп алған” табиптар аҡсалата дәртләндерелә. Бындай түләүҙәрҙе 4320 белгес алған да инде.
Фото: BashNews
Читайте нас