Сәләмәт булайыҡ
26 Января 2020, 18:20

Нимәнән ҡурҡаһың - алдыңа шул килер

Был йәһәттән белгестәр ниндәй кәңәштәр бирә? Уларҙың әйткәнен тыңлайыҡ һәм сәләмәт булайыҡ!

"Кешегә үҙ уйҙарының үҙенә бәлә килтереүен хатта дошмандары ла теләмәҫ" тигән тапҡыр әйтем бар көнсығыш халҡында.
Әбүғәлисинаның әйтеп ҡалдырғаны ла бик фәһемле: "Табип сиргә ҡаршы өс төрлө ысул менән көрәшә – һүҙ, үлән, бысаҡ". Күрәһегеҙ, һүҙ беренсе урында тора. Һәр кемдең һаулығы – уның нисек фекерләүе һөҙөмтәһе ул. Кешенең психик һәм физик хәл-торошо араһында туранан-тура бәйләнеш бар. Һәр ауырыуҙан, инфекциянан иң яҡшы һаҡланыу сараһы – ыңғай хис-тойғо, һауығыуға ышаныс. Кире уйҙар организмға емергес тәьҫир итә. Мәҫәлән, асыу – ашҡаҙан-эсәк юлы, рәнйеү бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәп.
Төп психологик закондың береһе бына нимә ти: яратыу, оҡшатыу, һоҡланыу һүҙҙәрен ишетеү кешелә йәшәү көсөн арттыра, һауыҡтыра ала, ә насар һүҙ ‒ киреһенсә.

Һуңғы ваҡытта ауыр, кире уйҙар тәьҫирендә барлыҡҡа килгән сирҙәр күбәйә, ти белгестәр. Уларға ҡаршы тороу өсөн төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, тормошҡа ҡыуанып йәшәргә кәрәк. Яҡшы нәмә тураһында уйлаһаң, яҡшылыҡ көт. Насар уйлаһаң, ҡурҡһаң, алдыңа ла шул килер.

Шулай итеп, онотмағыҙ: кешенең һаулығы, хатта ғүмере уның уйҙары менән туранан-тура бәйле, шуға тик изге уйҙар солғанышында
ғына йәшәргә өйрәнәйек һәм сәләмәт булайыҡ!

Фото: rxwiki.com
Читайте нас