Табиптар организмдағы майҙы тиҙ яндырыуға һәләтле аҙыҡтарҙы атаны.
Табип-диетологтар Гильермо Гомес Вера менән Нурия Монфульеда артыҡ майҙан һаҡланыу һәм мускул массаһын йыйыу өсөн ниндәй аҙыҡ-түлек ҡулланырға кәрәклеген һөйләп, тикшеренеү һөҙөмтәләрен "La Vanguardia" баҫмаһына һылтанма менән «Федераль яңылыҡтар агентлығы»нда баҫтырып сығарған.
Гомес Вера һүҙҙәренсә, күнекмәләр һәм туҡланыу планын ике фазаға бүлеү мөһим. Физик форманы яҡшыртыу өсөн башта бер нисә аҙна дауамында мускулдарҙы үҫтерергә, ә аҙаҡ майҙы яндырыуға керешергә кәрәк, ти диетолог.
Бындай планда тренировкалар өсөн туҡланыу нигеҙен аҡһымға бай аҙыҡтар - йомортҡа, тауыҡ йәки тофу (вегетариандар өсөн) тәшкил итергә тейеш. Күнекмәләр алдынан табиптар банан, ә унан һуң шәкәрһеҙ тәбиғи йогурт ҡулланырға кәңәш итә.
Бынан тыш, тунец, авокадо һәм ҡуҙаҡлылар әлеге диетала үҙеңде формаға килтерергә ярҙам итәсәк.