Унда А, D, В төркөмө витаминдары күп. Кальций, селен, цинк, магний, фосфор бар. Организмға кәрәкле каротин тигән матдә бешергәндә лә файҙалы үзенсәлектәрен юғалтмай. Кишер эсәклектәрҙең дөрөҫ эшмәкәрлеген тәьмин итә. Күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта. Иммунитетты нығыта. Аппетитты аса, бит тиреһенең төҫөн матурлата.
Шул уҡ ваҡытта зыяны ла бар икән. Ҡатындарға ауырлы саҡта, йәнә гастрит, ашҡаҙанда башҡа ауырыуҙар күҙәтелгәндә, аллергиялы кешеләргә кишерҙе һаҡлыҡ һәм сама менән ашарға кәңәш ителә.