Сәләмәт булайыҡ
29 Января 2020, 05:30

Алоэ үләне файҙалымы ?..Әллә

Элек-электән алоэ гөлөн төрлө сирҙәрҙе дауалағанда ҡулланғандар. Шуларҙың бер-нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Элек-электән алоэ гөлөн төрлө сирҙәрҙе дауалағанда ҡулланғандар. Шуларҙың бер-нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Юғары ҡан баҫымы йонсотҡанда.
Был ҡатмарлы сирҙән тулыһынса дауаланыу мөмкин түгел, тиерлек. Әммә халыҡ медицинаһы ярҙамында хәлде еңеләйтергә була. Иртән ас ҡарынға бер балғалаҡ һыуға өс тамсы алоэ һуты тамыҙып эсергә. Ике ай дауанан һуң ҡан баҫымы тәртипкә килә.
Герпес.
Берәр балғалаҡ алоэ һутын көнөнә 2-3 тапҡыр аш алдынан эсергә. Герпес сыҡҡан урынға алоэ үләненең һутын һөртөү кәңәш ителә.
Мейегә ҡан һауғанда (инсульт).
¾ стакан алоэ һутында 5 грамм тау бәлзәме (мумие) иретелә. Дауа ас ҡарынға көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ ҡулланыла - иртән уяныу менән һәм йоҡлар алдынан. Ике аҙна дауаланғас, ике аҙнаға туҡтатып торорға. Туҡтап торған арала умартала яғылып ҡалған балдан (прополис) әҙерләнгән төнәтмә файҙаланыла. Уны ашарға ярты сәғәт алда 20-30 тамсылап көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк. Артабан яңынан алоэ менән тау бәлзәменән яһалған шифа ҡулланыла. Дауаларҙы һыуытҡыста һаҡларға. Дауаланыу ике ай дауам ителә. Ошо ваҡыт арауығында мейеләге ҡан төйөрҙәре таралып бөтөргә тейеш.
Шулай ҙа һаҡ булыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Әлбиттә, алоэның зыяны ла юҡ түгел. Тура эсәктең ҡан тамырҙары киңәйеп, ҡанһырағанда, бигерәк тә һыуыҡ йәки эҫе көндәрҙә унан дауа эсергә ҡушмайҙар. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең киҫкен сағында, аналыҡтан ҡан аҡҡанда, ирҙәрҙең енес биҙе шешкәндә, эске ағзаларҙа таш булғанда, яман шеш осрағында алоэ үләнен файҙалыныу тыйыла. Шулай уҡ йөклө һәм 40 йәште үткәндәргә был үлән менән һаҡ булыу кәңәш ителә.
Рим Әхмәтовтың “Үҫемлектәр - һинең дуҫтарың һәм дошмандарың” китабынан алынды.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас