Сәләмәт булайыҡ
31 Января 2020, 09:30

Иң эре балыҡ кемгә эләкте?

Ярышта Учалы, Белорет райондарынан, Силәбе өлкәһенән 23 балыҡсы ҡатнашты.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Учалы районының Ҡобағош ауылында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса байтаҡ ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Ошо көндәрҙә балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙғарылды. Унда Учалы, Белорет райондарынан, Силәбе өлкәһенән 23 балыҡсы ҡатнашты.
"Кубагушево вилладж" ял итеү базаһы биләмәһендә ойошторолған сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы Юлиә Мырҙабулатова ла ҡатнашты.
Тәүге балыҡ Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Илдар Лутовҡа эләкте. Ә иң күп балыҡты Учалы ҡалаһынан Булат Уйылданов тотто - ике килограмдан ашыу алабуға эләктерҙе. Ә бына иң эре балыҡ - 140 грамлыҡ бәрҙе Белореттан Радик Ҡаүыевҡа ҡапты, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте. ⠀
Сарала тотош ғаиләләре менән дә ҡатнашыусылар була. Магнитогорск ҡалаһынан Дания һәм Илшат Ғайсиндар, Наурыҙ ауылынан Гөлсирә һәм Самат Ирәкбаевтар әйтеүенсә, балыҡ тотоу - уртаҡ шөғөл. Ҡансуриндар ғаиләһендә балыҡсы сәме ҡартатайҙан ейәненә күскән. Алты йәшлек Урал ололарҙан ҡалышманы.
Морат Лоҡманов сарала әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп үтте. Ҡунаҡтар Ҡобағош ауылының социаль объекттарын - мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы ҡараны.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.⠀
Читайте нас