Сәләмәт булайыҡ
31 Января 2020, 14:00

Коронавирус Белоретҡа килеп еткәнме?

Табиптар, Белорет ҡалаһында йәшәгән ҡатындың короновирус менән зарарланыуына шикләнеп, уны дауаханаға һала.

Белоретта йәшәгән 35 йәшлек ҡатын үҙен насар тойоу сәбәпле, табиптарға мөрәжәғәт итә. 27 ғинуарҙа Ҡытайҙан ҡайтҡан ҡатын ҡан баҫымы күтәрелеүгә һәм аяҡтарының ойоуына зарлана, быны ул организмдың климатҡа яраҡлашыуы менән бәйләй. Әммә табиптар, ҡатындың короновирус менән зарарланыуына шикләнеп, уны дауаханаға һала.
«Минең тән температурам юғары түгел, йүткермәйем дә. Улайһа, бөтә самолет пассажирҙарын да карантинға ебәрер кәрәк ине. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына барған юлда мине кем генә фотоға һәм видеокамераға төшөрмәне. Дауахананан эш урынына шылтыратҡандар, унда ла дезинфекция үткәрергә йыйыналар. Хеҙмәттәштәрем араһында паника ҡупҡан – шылтыраталар, ғауғалашалар. Нервыларым ҡаҡшауҙан минең хәлем тағы ла насарайҙы, - тип һөйләгән ҡатын UfacityNews.ru баҫмаһына.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡатындан кәрәкле анализдар алынған, уның һөҙөмтәләре әҙер булғансы, ул дауаханала буласаҡ. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр бит.
Фото: UfacityNews.ru
Читайте нас