Сәләмәт булайыҡ
1 Февраля 2020, 10:35

Етендән - етмеш төрлө шифа

Белгестәр иҫәпләүенсә, етен майы ниндәй осраҡтарҙа айырыуса файҙалы?

Беҙ, ғәҙәттә, үҫемлек майҙарынан көнбағыш майына өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки ул арзан да, өйрәнелгән дә. Әммә бөгөн сауҙа кәштәләрендә ниндәй генә төрҙәр юҡ: зәйтүн, етен, ҡабаҡ майҙары һәм башҡалар.
Улар араһында файҙалы компоненттары йәһәтенән етен майы иғтибарға лайыҡ. Ул витаминдарға (айырыуса Е витаминына), майлы кислоталарға, макро- һәм микроэлементтарға бай. Ябығырға теләүселәр уны киң ҡуллана, шулай уҡ косметология өлкәһендә лә бик популяр.
Түбәндәге осраҡтарҙа етен майы айырыуса файҙалы, тип иҫәпләй белгестәр.
* Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү.
* Шәкәр диабетынан, һимеҙлектән йонсоу.
* Төрлө яман шештәрҙе (бигерәк тә һөт биҙҙәрендә) иҫкәртеү өсөн.
* Эс ҡатыу (эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшы көйләй).
* Организмдың ҡартайыуына ҡаршы көрәшә, бит-йөҙҙө матурлай, тиренең, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошон яҡшырта.
Күп осраҡта етен майын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә кәңәш итәләр.
Фото: azforyou.com.ua
Читайте нас