Сәләмәт булайыҡ
1 Февраля 2020, 06:30

Юғары ҡан баҫымы аямай...

Шуны оноторға ярамай: юғары һәм түбәнге баҫым араһында айырма 40-тан артмаҫҡа тейеш. Был йәһәттән тағы ниҙәрҙе белеү мөһим?

Бөгөн донъяла юғары ҡан баҫымынан күптәр яфалана. Был сир йөрәк өйәнәге һәм инсультҡа килтергән төп сәбәптәрҙән һанала.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сире араһында беренсе урынды юғары ҡан баҫымы алып тора, ти табиптар. Ысынлап та, ниндәй ауырыу һуң ул? Бына белгестәр был турала нимә бәйән итә.

Гипертония ауырыуы – ул артериаль ҡан баҫымы күрһәткестәренең юғары булыуы. Төрлө йәштәге кешеләрҙең ҡан баҫымы төрлөсә була. Мәҫәлән, 16-20 йәшлектәрҙеке терегөмөш бағанаһының 100/70 менән 120/80, 20-40 йәшлектәрҙең - 120/70 менән 130/80, 40-60 йәшлектәрҙең - 135/85-кә тиклем, 60 йәштән юғарыларҙың 140/90-ға ҡәҙәр булһа, нормаль һанала. Иң мөһиме - ҡан баҫымын үлсәр алдынан кофе эсеү, тәмәке тартыу тыйыла, спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Бер нисә минут тыныс ултырып торорға кәрәк. Ҡан баҫымын ике ҡулдан да үлсәргә һәм ҡайһы яҡтағыһы юғары - табипҡа ингәс, ошо турала әйтергә кәрәк.

Юғары ҡан баҫымы, йәғни гипертония күп кенә эске органдар сирҙәренең билдәһе булып тора. Ул патогенезға йөрәк, артериаль ҡан тамырҙары, бөйөр, баш мейеһе, эндокрин биҙҙәр килеп ҡушылғас барлыҡҡа килә. Сир ҡан баҫымы дәрәжәһенә ҡарап билдәләнә. Уның ҡолас алыуына йыш ҡына нерв көсөргәнештәре, бөйөр, гипофиздың алғы һәм артҡы өлөшө, ҡалҡан һымаҡ биҙ ауырыуҙары булышлыҡ итә. Гипертония диагнозын баш һөйәге йәрәхәттәре кисергән, атеросклерозы көсәйгән, шулай уҡ һимереүгә дусар булған кешеләргә ҡуялар.

Ҡан баҫымын оҙайлы ваҡытҡа төшөрөүгә өлгәшеү – сирҙе еңеүгә табан ҙур аҙым. Юғары ҡан баҫымы өсөнсө дәрәжәгә етһә, инсульт, миокард инфаркты булыуы ихтимал.

Шуны оноторға ярамай: юғары һәм түбәнге баҫым араһында айырма 40-тан артмаҫҡа тейеш. Кире осраҡта, был йөрәк мускулдарының зәғифлегенә ишара.

Юғары ҡан баҫымы булғанда даими баш ауыртыуы кешенең айырылғыһыҙ "юлдашы"на әүерелергә мөмкин, тиҙәр. Күпселек осраҡта был сир кешене иртәнге ваҡытта борсой. Быға, ғәҙәттә, умыртҡа һөйәге артерияһы тамырҙары зарарланыу сәбәпсе була. Ауыртыуҙың күңел болғаныу һәм ҡоҫоу менән бергә күҙәтелеүе мөмкин. Баш әйләнеү ҙә – мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоу күрһәткесе. Шулай уҡ күҙ алдында “себендәр осоуы” күҙәтелергә мөмкин. Ҡолаҡ шаулау – баш мейеһе склерозы сәбәпле был халәт даимиға әүерелә. Йөрәк ауыртыу – стенокардия өйәнәктәре пациенттарҙың өстән береһендә осрай һәм тын ҡыҫылыу, ҡурҡыу хисе менән оҙатылып бара. Ауырыуҙар һул яҡҡа ятып йоҡлай алмауға зарлана. Ҡул һәм аяҡ бармаҡтары ойоу, парестезиялар, даими хәлһеҙлек тә аяҡ-ҡулдарҙағы ҡан тамырҙары атеросклерозы һәм баш мейеһе үҙәктәре ишемияһы менән бәйле. Хәтер юҡлыҡтың
сәбәпсеһе – баш мейеһе туҡымалары ишемияһы. Күҙ күреү насарланыу – күҙҙең селтәр ҡатламында ҡан тамырҙары ҡыҫылыу туҡымаларҙа ҡайтара алмаҫлыҡ үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә.

Юғары ҡан баҫымы үҙенә ҙур иғтибар бүлеүҙе талап итә. Тейешенсә дауаланһаң һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барһаң, уны ҡатмарланыуға еткермәҫкә лә мөмкин.

Әгәр ҡан баҫымы кинәт күтәрелеп китте икән, ауырыу урын-ер режимын тоторға бурыслы. Ятып тороу ихтыяжы булмаһа, ауырыуға хәрәкәтләнергә, күберәк йөрөргә, ҡулдан килгәнсә йорт эштәрен башҡарыргғ кәңәш ителә. Ләкин быларҙың барыһын да медицина персоналы йәки яҡындарығыҙ күҙәтеүе аҫтында эшләргә кәрәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас