Сәләмәт булайыҡ
4 Февраля 2020, 08:30

Эпидемия сиге үтелде

Үткән аҙнала Өфөлә вируслы инфекцияны 7640 кеше йоҡторған

Роспотребнадзорҙың хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары артты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 27 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем 27 мең 469 кеше ошо сирҙәргә дусар булған. 69,8 проценты – балалар.
Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны эпидемия сигенән 36,5 процентҡа юғары. Үткән аҙнала Өфөлә вируслы инфекцияны 7640 кеше йоҡторған. 4526-һы балалар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыу осраҡтары 13 процентҡа артҡан.
Ошо хәүефле хәл менән бәйле , Роспотребнадзор идаралығы шәхси һаҡланыу сараларын теүәл үтәү тураһында иҫкәртә. Ғаиләлә ауырыусылар булғанда, табип менән кәңәшләшеп, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡуллана башларға тәҡдим итә белгестәр.
Фото:lvbg.ru
Читайте нас