Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2020, 19:55

Мәҙәк һөйләүҙең дә файҙаһы бар

Мейе эшмәкәрлеге һәр ваҡыт яҡшы булһын өсөн түбәндә әйтелгәндәрҙе үтәп ҡарағыҙ - килешер. Сәләмәт булайыҡ!

Мейе эшмәкәрлеге һәр ваҡыт яҡшы булһын өсөн түбәндә әйтелгәндәрҙе үтәп ҡарағыҙ - файҙаһы тейер. Сәләмәт булайыҡ!
Теш таҙартыуҙы, кейемдәге төймәне эләктереүҙе, клавиатурала хәрефтәр йыйыуҙы ваҡыт-ваҡыт һул ҡул менән башҡарығыҙ. Һулаҡайҙар, киреһенсә, уңын эшкә екһен. Был иһә уң яҡ ярымшарҙы хәрәкәткә килтереп, ижади һәләтте арттыра, ти белгестәр.
Көн һайын ике-өс минут дауамында ауыҙ эсен һыу менән сайҡау мейегә массаж яһаған кеүек тәьҫир итә. Уйлау, фекер йөрөтөү әүҙемләшә.
Йортоғоҙҙа бер нисә минут күҙҙе йомған килеш йөрөһәгеҙ, баш мейеһенең “ҡатып ҡалған” өлөшө лә эшләйәсәк.
Сикә тирәһен ҡул бармаҡтары менән бер нисә минут ыуғылап тороу баш мейеһендәге ҡан йөрөшөн тиҙләтә һәм хәтерҙе яҡшырта.
Күңелегеҙгә оҡшаған мәҙәктәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ. Бик ҡыҙыҡтарын таныштарығыҙға һөйләп, кәйефтәрен күтәрегеҙ.
Эшкә барғанда гел бер үк юлды һайламағыҙ. Йыллыҡ ялды ла төрлө урында үткәрергә тырышығыҙ. Шулай иткәндә, хәтер үткерләнәсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас