Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Был дата донъя йәмәғәтселегенең ошо глобаль проблемаға иғтибарын йүнәлтеү өсөн 2000 йылдың 4 февралендә булдырылған.
Быйылғы яман шешкә ҡаршы саралар “Мин бар һәм мин буласаҡмын” девизы аҫтында үтә. Уларҙың күпселеге онкология сирҙәрен иҫакәртеүгә, ошо өлкәләге фәнни тикшеренеүҙәргә арналған, шулай уҡ, пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреүгә лә йүнәлтелгән.
Онкология сирҙәре Рәсәй халҡын үлем сәбәптәре араһында икенсе урында тора. Былтыр ошо диагноздан илдә 280 мең кеше үлгән, был дөйөм үлем осраҡтарының 16 процентын тәшкил итә.
Онкологтар билдәләүенсә, тәүге стадиялағы шештәрҙең 99 проценты терапия юлы менән дауалана, шулай уҡ 99 процент осраҡта хирургия юлы менән дауаларға мөмкин. 50 йәштән үткәндәргә йылына берҙе мотлаҡ онкологтарға күренеү фарыз.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ла кешеләр үлеүҙең төп сәбәптәре араһында онкология сирҙәре – тәүгеләр рәтендә. Был мәсьәлә төрлө даирәләрҙә тикшерелә һәм көсөргәнеште кәметеү өсөн бихисап саралар күрелә. Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостанда яман шеш менән көрәш өсөн биш миллиард һум аҡса бүленгән. Сумманың бер өлөшө Республика онкология диспансеры үҫеше һәм башҡа медицина ойошмаларына махсус ҡоролмалар һатып алыу өсөн тотонолған. Унан тыш диспансерлаштырыу ваҡытында онкология ауырыуҙарын асыҡлаған табиптар өҫтәмә түләүҙәр алғаны ла мәғлүм.
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Альберт улы Измайлов түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Башҡортостанда онкология сирҙәренә бәйле хәл дөйөм Рәсәйҙәге хәлдән әллә ни айырылмай, онкология сирҙәренән үлеүселәр һаны, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафаттар һаны буйынса, икенсе урында килә. Былтыр 2018 йыл менән сағыштырғанда, бер меңгә күберәк сирле кеше асыҡланған (йәмғеһе 14 мең самаһы кешегә тәүге стадиялағы яман шеш диагнозы ҡуйылған). 4,3 меңдән ашыу онкопациент беренсел звенолоғы медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡланған. Башҡортостанда беренсе урында күкрәк биҙе яман шеше тора, икенселә – үпкәләге, тиреләге онкологик сирҙәр. Өсөнсөлө – ирҙәрҙең енес биҙе яман шештәре.
Республикала тәүге стадияларҙа онкопациенттарҙың 56,2 проценты асыҡлана. 2019 йылға тиклем, йәшерен-батырыны юҡ, беҙҙең пациенттарҙы тейешле кимәлдә таргет препараттар, чекпоинт-ингибиторҙар менән дауалау мөмкинлеге юҡ ине. Милли проекттар тормошҡа ашырыла башлағас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Бығаса үтә ҡиммәт торған дауалау курсын бармаҡ менән генә һанарлыҡ пациенттар махсус программалар буйынса алһа, былтырҙан онкологик ярҙам күрһәтеү системаһына өҫтәмә рәүештә Рәсәй буйынса 70 миллиардтан ашыу һум аҡса бүленде, шуға күрә бөгөн яман шешкә дусар республика кешеләре заман препараттары менән дауаланыу үтә.
Белгес менән әңгәмә гәзиттә донъя күрәсәк, унда тармаҡ тураһындағы башҡа мәғлүмәттәр ҙә урын аласаҡ.
Фото: rosminzdrav.ru bashgmu.ru