Сәләмәт булайыҡ
6 Февраля 2020, 12:30

Владимир Путин битлектәргә хаҡты күтәреүҙе тыйҙы

Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙә дарыуханалар “саманан тыш күп”, шуға күрә “уларҙың бер-икеһен ябыуҙан граждандар зыян күрмәҫ”.

“Медицина битлектәренә хаҡты күтәргән дарыуханаларҙы ябырға кәрәк. Сауҙала был сағылыш тапмаясаҡ, – тип белдерҙе Владимир Путин. – Уларҙың ошондай эшмәкәрлеккә лицензияһын тартып алырға кәрәк. Еңел генә байырға теләгәндәр! Икенсе юлы бындай хәл булмаһын өсөн ошондай ойошмаларҙы асыҡлап, ҡәтғи ҡарарға килеү шарт”.
Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙә дарыуханалар “саманан тыш күп”, шуға күрә “уларҙың бер-икеһен ябыуҙан граждандар зыян күрмәҫ”.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында ла хәүефле ауырыуҙар таралған осорҙа дарыуханаларға медицина битлектәренә һәм ҡайһы бер дарыуҙарға хаҡты күтәреүҙе тыйырға тәҡдим иткәйнеләр.
Фото: ru.newsbot.press
Читайте нас