Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль 2020, 06:50

Бала йылмайыуынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ

Дауаханаға килеп, уйынсыҡтар менән уйнап ваҡыт үткәргән йәки дауаланыу ваҡытында йәнһүрәт ҡараған пациенттарҙы күргәнегеҙ бармы? “Ундай дауахананы күрһәтегеҙ!” – тиер күптәр. Өфөләге 7-се балалар стоматология дауаханаһы – тап шундайҙарҙан.

Дауаханаға килеп, уйынсыҡтар менән уйнап ваҡыт үткәргән йәки дауаланыу ваҡытында йәнһүрәт ҡараған пациенттарҙы күргәнегеҙ бармы? “Ундай дауахананы күрһәтегеҙ!” – тиер күптәр. Өфөләге 7-се балалар стоматология дауаханаһы – тап шундайҙарҙан.


Республикала иң ҙурҙарҙан булған был балалар стоматология дауа­ханаһы баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Калинин райондарынан 61 меңдән ашыу баланы хеҙмәт­ләндерә. 200 меңдән ашыу йәш өфөләр өсөн ҡалала берҙән-бер тәүлек әйләнәһенә эшләгән ашығыс стоматология ярҙамы кабинеты ла бында ойошторолған. Шулай уҡ поликлиника ҡала мәктәптәрендә 27 стационар кабинет булдырған, 67 балалар баҡсаһында һәм биш балалар йортонда һәм мәктәп-интернатында профилактик тикшереүҙәр үткәрелә. Бында беренселәрҙән булып “асыҡ регистратура” республика проекты тормошҡа ашырыла.
– Хәҙер регистратура элекке кеүек бәләкәй генә тәҙрәле айырым бүлмә түгел. Йәш пациенттар һәм уларҙы оҙатып килгән өлкәндәр регистратура хеҙмәткәрҙәре менән бер ҡаршылыҡһыҙ аралаша. Теркәү урынында оҙон-оҙон сират, оҙаҡ ваҡыт медицина карталарын тултырыу үткәндәрҙә, – ти баш табип Руслан Ғәлиев. – Был медицина учрежде­ниеһына килеп ингәс тә балаларҙа ышаныс тыуҙыра, ҡурҡыу хисен юҡҡа сығара.
Яңылыҡтарҙың береһе – администратор вазифаһын булдырыу. Ул кешеләрҙе ишек төбөндә үк ҡаршы ала, килеү маҡсатын асыҡлай, дауаханалағы кабинеттарҙың нисек урынлашыуы менән таныштыра, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле мохтаждарға ярҙам итә. Шулай уҡ учреждениела “электрон сират” терминалы ҡуйылған.
Дауахананың баш табибы бел­дереүенсә, Башҡортостан Республи­каһының Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы ярҙамында дауалау процесына ла етди үҙгәрештәр индерелә. Табиптарҙың барыһы ла тиерлек Рәсәйҙең балалар стоматологияһы өлкәһендәге алдынғы алымдарҙы үҙләштерә. Мәскәү балалар стома­тологияһы клиникаһы белгестәре килеп, белем биреү саралары ойоштора. Һөҙөмтәлә дауалау сифаты күтәрелә, пломба бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп ҡуйыла һәм оҙаҡ хеҙмәт итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән “Юғарыға ос!” программа­һында поликлиника әүҙем ҡатнаша.
Руслан Валерий улы әйтеүенсә, былтыр республикала балалар стоматологияһы Хөкүмәт ярҙамы менән яңы һулыш, боролош алған. Өфөләге 7-се балалар стоматологияһы дауаханаһында ла 36 өр-яңы медицина ҡорамалы ҡуйылып, бөгөн бәләкәй пациенттарҙы дауалауҙа файҙаланыла.
Үҙенең эшмәкәрлеге һәм эш һөҙөм­тәләре менән Өфөләге 7-се балалар стоматологияһы дауаха­наһында ла эште шәхси клиникаларҙағы кеүек ойоштороу мөмкин икәнлеге иҫбат­лана. Бынан тыш, коллективтың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә ике йыл ярым эсендә түләүле стоматология хеҙмәтләндереүенән алынған килем күләме өс тапҡырға артҡан.

– Өҫтәмә лицензия алып, ололарға ла түләүле хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Был, бер яҡтан, ата-әсәләр өсөн дә уңайлы – балаларының проблемаһы менән килеп, үҙҙәренең дә тештәрен дауалатырға мөмкин. Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға икәнде һәр кем белә. Ошо хәҡиҡәтте медицина ойошмаһы ғәмәлгә ашырыу өсөн күп көс һала.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас