Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль 2020, 07:00

Кешеләрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртып

“Сәлә­мәтлек” (“Здоровье”) шәхси клиникаһы Дүртөйлө ҡалаһында һәм районында киң билдәлелек алған. Хатта башҡа төбәктәрҙән дә нәҡ ошонда дауаланырға тип килеүселәр бар. Иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәт, белемле, тәжрибәле белгестәр, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең киң даирәһе йәлеп итә пациенттарҙы.

“Сәлә­мәтлек” (“Здоровье”) шәхси клиникаһы Дүртөйлө ҡалаһында һәм районында киң билдәлелек алған. Хатта башҡа төбәктәрҙән дә нәҡ ошонда дауаланырға тип килеүселәр бар. Иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәт, белемле, тәжрибәле белгестәр, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең киң даирәһе йәлеп итә пациенттарҙы.


Илеш райо­ны­ның Исәмәт ауы­лын­да тыуып үҫкән Регина Хәсәнова Өфөләге 1-се медицина учи­ли­ще­һын­да белем ала. Уҡы­уын та­мам­лағас, Нефтекама ҡала­һының санитария-эпидемиология стан­­ция­һын­да эш башлай. Артабан ғаилә Дүрт­өйлө ҡалаһына күсенә, унда ла Регина Маҡсаф ҡыҙы медицина тармағында хеҙмәт юлын дауам итә.
Оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тә­жрибә туплаған ханым ха­лыҡ­тың сифатлы медицина хеҙмәт­тәренә ихтыяжы артҡандан-арта барыуын күрә. Ул оҙаҡ уйлана: эште ниҙән башларға, нисек ойошторорға, ниндәй йүнәлешкә иғтибар итергә? Ниһайәт, һигеҙ йыл элек тормошон ҡырҡа үҙгәрткән ҡарар ҡабул итә: һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ эшен асырға була.
Бөгөн уның клиникаһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Ял көндәренән башҡа аҙна­ның биш көнөндә иртәнге 8-ҙән 11-гә тиклем анализдар алына. Алдан яҙылыуҙың кәрәге юҡ, сират тораһы түгел.
Клиникала оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эш­ләгән табиптар ҡабул итә. Теш табиптары Рәзинә Мифтахова, Наилә Гәрәева күптән халыҡ ихтирамын яулаған. Өфө дауаханаларынан төрлө тармаҡ белгестәре саҡырыла.
Процедура кабинетының шәфҡәт туташы Рида Шәрипова тураһында пациенттар еңел ҡуллы, үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған оҫта тигән фекерҙә.
Клиника етәксеһе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Регина Хә­сәнова һәйбәт коллектив туп­лаған, дауахананың эшмә­кәр­леген яҡшы көйләгән. Хеҙмәт­кәрҙәр ҙә етәксенән уңған: Регина Маҡсаф ҡыҙы һәр кем менән уртаҡ тел таба белә, уның сабырлығы, зыялылығы, ихтирамлы мөнәсәбәте коллективта эшлекле һәм тыныс мөхит булдырыуҙы тәьмин итә.
Регина ханымдың ғаилә усағы ла яҡты, йылы. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән Фәнис Биктимер улы менән Денислам исемле ул үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар инженер булған, әле хаҡлы ялда. Улдары ла, атаһы юлынан китеп, техник һөнәр һайлаған. Өфө нефть техник университетының иҡтисад һәм тау-нефть факультеттарын тамамлап, вахта ысулы менән Иркутск ҡалаһында эшләп йөрөй. Ҡатыны Рәмилә Рим ҡыҙы менән икәүләп Самира һәм Сафина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.


Дүртөйлө районы.
Читайте нас