Һәр төбәк уңышлы эшләгән эшҡыуарҙары менән дан тота. Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда ла ундайҙар байтаҡ. Үҙ һөнәренең оҫтаһы, стоматология клиникаһы директоры Илдар Төхвәтуллин – шундайҙарҙың береһе.
– Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлымды Ейәнсура район дауаханаһында теш технигы булып башланым, – ти Илдар Ғәле улы. – Унан инде Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп алдым. Шулай ҙа тыуған яҡтар үҙенә тартты. 2007 йылда иптәшем Гүзәл Ирек ҡыҙы менән үҙ клиникабыҙҙы асырға булдыҡ.
“Евродент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең даны тирә-яҡҡа таралған. Төхвәтуллиндарҙың клиникаһына ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Стоматолог Илдар һәм Гүзәл Төхвәтуллиндар менән бергә тәүге көндәрҙән үк ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән тәжрибәле шәфҡәт туташтары Әлмира Шарыгина, Альбина Абрамова, теш технигы Денис Түлебаев, санитар Оксана Максимова һәр көн иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем халыҡҡа теш дауалау, профилактикалау буйынса төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән клиникала даими клиенттарға, инвалидтарға, ветерандарға, студенттарға ташлама яһала. Әйткәндәй, клиникаға түбәндәге адрес һәм телефон номеры буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, Һәҙиә Дәүләтшина урамы, 29, 8 (34785) 2-12-75.
– Беҙҙең маҡсат – халыҡ һаулығын ҡайғыртыу, ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡтырыу. Бының өсөн тормош иптәшем Гүзәл Ирек ҡыҙы менән бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, – ти Илдар Ғәле улы. – Клиникаға килеп тештәрен дауалатҡан клиенттарыбыҙҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү эшебеҙҙә дәрт, көс өҫтәй.
Һайлаған һөнәренән дә, ҡатынынан да, эшләгән коллективынан да уңған Илдар Төхвәтуллин. Балалары Элина менән Линар ата-әсәһенең юлын дауам итерме, икенсе һөнәр һайлармы – әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа улар ата-әсәһенең тырыш булыуҙарын аңлап, өлгө алып үҫә.