Башҡортостандан ике сабыйҙы Израилдәге “Хорев” медицина клиникаһына тикшереү өсөн оҙаттылар. Кескәй пациенттарҙы сит ил белгестәре ҡараясаҡ, артабан дауалау тактикаһы билдәләнәсәк.
Сабыйҙар ата-әсәләре оҙатыуында, “Табиптар сиктәрһеҙ” хәйриә проектына ярашлы, Израиль клиникаһына ебәрелгән. Проект Каринэ Хәбирова, республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм доктор Барак ярҙамында тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Bash.News.
Проект етәксеһә Лилиә Ғәлиханова:”Беҙҙә донъя кимәлендәге профессорҙар бар, улар даими рәүештә килеп, бик күп баланың сәләмәтлеген тикшерә. Аҙаҡ рәсми һығымта яһай. Консилиум ҡайһы балаларҙы Израилгә ебәреүҙе хәл итә”,- тине.
Нуртдиновтар ғаиләһе сабыйҙарына сит ил табиптарының ярҙам итеүенә ышана. Балала онкология сире. “Уға ентекле тикшеренеү үткәрергә вәғәҙә иттеләр. Тик яҡшыға өмөтләнәбеҙ”, - ти атай кеше.