Йоҡлағанда хырылдау етди ауырыуға сәбәп булып тороуы мөмкин. Табип-отоларингологтар фекеренсә, апноэ синдромы йоҡлағанда тын алыу системаһының боҙолоуын күрһәтә. Хырылдау үҙе ҡурҡыныс түгел, әммә ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеүен белгертергә мөмкин.
Йоҡлағанда һулыш алыу оҙаҡҡа тотҡарланһа, организмға кислород аҙ миҡдарҙа бара. Был йыш ҡабатланһа, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында етди проблема башлана. Кеше хырылдап йоҡлаһа, тын алышын юлға һалыр өсөн уның мейеһе төндә йыш ҡына ҡыҫҡа ваҡытҡа уяна. Тимәк, кеше насар йоҡлай, яҡшы ял итә алмай, һөҙөмтәлә арып, башы ауыртып уяна.
Әгәр был хәл балаларҙа күҙәтелһә, уларҙың организмына үҫер өсөн кислород етешмәй башлай. Кислород ҡайҙа күберәк кәрәк һуң? Мускулдарға, мейегә. Хырылдап йоҡлаған балаға кислород етмәү сәбәпле, ул тынғыһыҙға әйләнә, аппетиты боҙола, хатта үҫеше тотҡарланырға мөмкин.
Шуға был проблемаға еңел-елпе ҡарарға ярамай, хырылдауҙың сәбәбен асыҡлап, тейешле дауа алыр өсөн мотлаҡ табип-отоларингологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ә өйҙә үҙегеҙ ошоларҙы эшләп ҡарай алаһығыҙ: иң тәүҙә кәүҙә ауырлығығыҙҙы нормала тотоуҙы иғтибарға алығыҙ, сөнки йыш ҡына тулы кешеләр хырылдай, икенсенән, арҡала түгел, ҡырын ятып йоҡларға өйрәнегеҙ, өсөнсөнән, ирен-телгә даими күнегеүҙәр яһағыҙ.