Индира менән Рөстәм Нәбиевтарҙың кескәй ҡыҙҙары Әминәнең ҡаты ауырып, дауаханаға эләгеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Ҡыҙ пневмониянан яфалана. Әлбиттә, баланың ауырыуы һәр атай-әсәй өсөн ҙур хәсрәт. Үҙенең борсолоуы хаҡында атай кеше "Инстаграмда": "Һиңә ни бары 26 көн, ә елкәңә шундай ауыр һынау төштө, – тип яҙа. – Был ваҡытлыса ауырлыҡ. Уны үткәрә, түҙә белергә кәрәк. Ҡыҙым, бөтәһе лә яҡшы булыр. Әлбиттә, атай-әсәй булараҡ, беҙгә еңел түгел. Сабыйҙар ауырыуын күреү еңел түгел, ә үҙеңдең балаларың ауырыһа, тағы ла ҡыйын. Шулай ҙа иң мөһиме – хис-тойғоларға, паникаға бирелмәү. Тормош яҡшы уҡытыусы һәм ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Шуға ла ниндәйҙер иммунитет барлыҡҡа килде һәм бындай һынауҙарҙы беҙҙең ғаилә сәтләүек ярғандай үткәрә".