Ул көндө Мансаф тыуған ауылына ашҡынып ҡайтты. Шартлап торған мунсала рәхәтләнеп сабынмаһа, күңеле булмай уның. Был юлы ла йүгереп йөрөп һыу ташыны, ут тоҡандырҙы.
Эҫе мунсаға беренсе барырға, оҙаҡ итеп йыуынырға ғәҙәтләнгән. Әммә был юлы ул саманан тыш оҙаҡлап киткәндәй тойолдо...
Мансафтың хәлен белергә килгән ҡустыһы уның хәрәкәтһеҙ ятыуын күрҙе. Гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гепатит, анемия, эпилепсиянан яфаланыусыларға, тире ауырыуҙары киҫкенләшкәндә, спиртлы эсемлектәр ҡабул иткәндән һуң мунса инмәҫкә кәрәк.
Мунсаға инер алдынан ашамағыҙ. Ризыҡ ҡабул итеп, 1,5 – 2 сәғәт үткәс кенә эҫе мунсаға инергә ярай. Юғары температура организмға ауыр, ашағандан һуң тағы ла көс төшәсәк.