Сәләмәт булайыҡ
29 Февраля 2020, 14:00

“Балам һимеҙ. Нимә эшләргә?”

Ғәҙәттә, балаларға был ғәмәлдән дарыуҙар тәғәйенләнмәй. Ә ниндәй саралар күрергә һуң?

Бөгөн Рәсәйҙә барлыҡ балаларҙың 15-20 проценты тулы кәүҙәле һанала, тағы ла 5-10 проценты һимеҙлектән йонсой. Был күрһәткестәр донъяның башҡа илдәрендә лә яҡынса ошо сама тәшкил итә. Балалар һимеҙлеге уҙған быуаттың 80-се йылдары менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан.
Башҡортостанда ла һәр бишенсе мәктәп уҡыусыһы артыҡ ауырлыҡтан йонсой һәм был күренеш артҡандан-арта бара.
Балалар һимеҙлегенең төп сәбәбе – саманан тыш ашау. Әйткәндәй, яһалма туҡландырыуҙа булған сабыйҙар араһында әлеге сиргә юлығыу хәүефе көслөрәк.
Бала кешегә кәүҙә матурлығын нисек ҡайтарырға? Дауалауҙың төп алымы диетик туҡланыу, артығын ашамау һәм асыҡмауҙан тора. Шулай уҡ физик әүҙемлек, хәрәкәтсән тормош рәүеше, хеҙмәт тәрбиәһе һөҙөмтәгә ирешеүҙә мөһим роль уйнай. Ғәҙәттә, балаларға һимеҙлектән дарыуҙар тәғәйенләнмәй. Бары тик холестерин кимәлен контролдә тоторға кәрәк.
Өфө табибәһе Регина Ахунйәнова, йәғни Доктор Регина – интернеттағы иң билдәле блогерҙарҙың береһе, уның инстаграмын бөтә Рәсәйҙән миллион ярым самаһы кеше уҡый. Ул көн һайын интернетта дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләй. “Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоуҙа бары тик ашауҙа сама белеү һәм әүҙем тормош рәүеше алып барыу ярҙам итә”, - ти табибә.
Регина үҙенең сығыштарында көн һайын кәм тигәндә ике литр һыу, көнөнә ике-өс тапҡыр сәй, шул иҫәптән үлән сәйе эсергә, һәр ике-дүрт сәғәт һайын сама белеп ашарға, тулыһынса тәмле-татлынан һәм ҡамыр ризыҡтарынан баш тартырға кәңәш итә.
Фото: yurmino.ru
Читайте нас