Сәләмәт булайыҡ
5 Марта 2020, 16:00

Коронавирус арҡаһында поликлиниканы эшкәрткәндәр

Эпидемия арҡаһында студент ҡыҙ Өфөгә, ата-әсәһе янына ҡайтмаҡсы булған, тик был мәлгә ил сиктәрен үтеү ҡатмарлашҡан. Студент аптырап ҡалмаған, Ҡытайҙан Көньяҡ Кореяға барған һәм унан Рәсәйгә осҡан.

Үткән аҙнала Өфө поликлиникаларының береһенә Ҡытайҙан ҡайтҡан ҡыҙ мөрәжәғәт иткән. Ул Ҡытайҙа уҡып йөрөгән. Коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында Өфөгә, ата-әсәһе янына ҡайтмаҡсы булған, тик был мәлгә Рәсәйгә барып етеү ҡатмарлашҡан. Студент аптырап ҡалмаған, Ҡытайҙан Көньяҡ Кореяға барған һәм унан Рәсәйгә осҡан.
Ҡыҙ температураһының юғары булыуына зарланған. Табиптар 20 йәшлек пациентта коронавирус булыуҙа шикләнеп, уны дауаханаға оҙаталар. Артабан медиктар ашығыс рәүештә башҡа пациенттарҙы сығарып, поликлиниканы ябалар һәм санитар-эпидемиологик хеҙмәт вәкилдәрен саҡырталар. Улар үҙ сиратында поликлиниканы ентекләп эшкәртә. Был хаҡтағы хәбәр һәм дауалау учреждениеһын эшкәртеү процесы төшөрөлгән видео bash.news редакцияһы ҡарамағына эләккән һәм тап улар уны киң ҡатлам уҡыусыларға тәҡдим иткән.
Әйткәндәй, йәш пациенттың сәләмәтлегенә бер ни ҙә янамай, уның беҙҙең өсөн ғәҙәти һаналған киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүе асыҡланған.
Әлеге ваҡытта Рәсәй эпидемияға бәйле Көньяҡ Корея менән дә авиабәйләнеште ябырға ҡарар итте. Яҡташыбыҙҙың имен ҡайтып етеүе ҡыуаныслы.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас