Яҙҙың беренсе айына аяҡ баҫтыҡ. Тимәк, аҙыҡ-түлек рационына ла үҙгәрештәр индерер ваҡыт. Был миҙгелдә өҫтәлебеҙгә нимәләр ҡуйыу мөһим?
Цитруслы еләк-емеш. Әфлисун, мандарин Яңы йыл өҫтәлендә генә түгел, яҙғы рационда ла булырға тейеш. Быға өҫтәп, лимон, помело, грейпфрут кеүек емештәр хаҡында ла онотмағыҙ. Барыһында ла С витамины күп. Ул иһә тән тиреһенең матурлығын, сәләмәтлеген тәьмин итә, ҡан тамырҙарын нығытыуға булышлыҡ ҡыла, һалҡын тейеүҙән һаҡлай. Цитрустарҙа пектин күп була. Ә ул организмдан токсиндарҙы сығара.
Шпинат. Уны һәр ҡайһы ризыҡҡа өҫтәмә булараҡ ҡулланырға мөмкин. Шпинат бик файҙалы. Унда А, Е, С, К витаминдары, каротин, фолий кислотаһы һәм башҡа микроэлементтар бар. Йәш шпинат япраҡтарынан салат яһарға, ә ҡатырағын табала майҙа ҡыҙҙырырға була.
Пекин кәбеҫтәһе. Күҙәнәклек, тимер, витаминдар, минералдар… Былар барыһы ла – пекин кәбеҫтәһендә. Уның файҙалы үҙенсәлектәре сәс тамырҙарын нығыта, йөрәк ритмын көйләй, организмды таҙарта.
Тоҙло кәбеҫтә. Унда В, К, С витаминдары, файҙалы бактериялар күп. Тоҙло кәбеҫтәнең үҙен генә ашамайынса, уға сөгөлдөр, алма, ҡыҙыл борос, һарымһаҡ өҫтәп төрләндерергә мөмкин.
Балыҡ. Донъя диетологтары Омега-3 май кислоталарының төп сығанағы балыҡ тип һанай. Ҡышҡы йоҡонан уянған организм өсөн балыҡты рационға индереү бик файҙалы булыр. Ул һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытасаҡ.