Сәләмәт булайыҡ
9 Марта 2020, 13:30

Күҙлек һайлайбыҙ

Килешле, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла күҙлектәрҙе нисек һайларға?

Ҡояш нурҙарын ҡағыусы күҙлектәр – гардеробығыҙҙың иң бәләкәй, әммә күҙгә бәрелеп торған әйбере. Йылдан – йыл, мода аксессуары булараҡ, уларҙың әһәмиәте арта бара. Күҙлектәрҙең нәфислеге һеҙҙең стилегеҙҙе һәм зауығыҙҙы билдәләй, ниндәйҙер кимәлдә уңыш символы ла булып тора.
Әммә уларҙың төп функцияһы – ҡояш сағыу яҡтыртҡан осорҙа күреү һәләтенә зарар килтереүсе нурҙарҙан һаҡлау.
Килешле, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла күҙлектәрҙе нисек һайларға?
Күҙлек һайлауҙы һәр бер кеше шәхсән башҡара. Берәүҙәр урамдан, кемдер баҙарҙан, төрлө кимәлдәге сауҙа үҙәктәренән, өсөнсөләре салон – бутиктарҙан ғына һатып ала.
Ҡайҙан ғына алһағыҙ ҙа улар һеҙгә килешеп торорға һәм, тәү сиратта, күҙҙәрегеҙҙе күрер күҙгә күренмәгән ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл (йылы) нурҙарҙан һаҡларға тейеш.
Күҙлектәрҙең ниндәйе генә юҡ хәҙер. “UV-400” фильтрлы күҙлектәр ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай. Әммә был ошондай билдә ҡуйылған бөтә күҙлектәргә лә ышанырға ярай тигәнде аңлатмай. Осһоҙҙары, шикле күренгән сифатһыҙҙары бындай көскә эйә түгел. Уларҙы кейһәң, баш ауыртып, күңел болғаныуы ихтимал. Күҙ яҫмығына (хрусталик) зарар килә.
Ниндәй кимәлдә яҡтылыҡ үткәреүенә ҡарап, күҙлектәр 5 категорияға бүленә һәм һандар менән билдәләнә (был һандар этикеткаларҙа күрһәтелә):
0 – 80 – 100%
1 – 43- 80%
2 – 18 – 43%
3 – 8 -18%
4 – 3 -8% яҡтылыҡ үткәрә.
Формаһына һәм төҫтәренә, ниндәй материалдан эшләнеүенә килгәндә, хәҙерге көндәге етештереүселәрҙең 95 проценты пластик материалдар ҡуллана (иң таралғаны – поликарбонат). Сөнки быяла линзалы күҙлектәр менән сағыштырғанда улар хәүефһеҙерәк, ярылып бармай.
Икенсенән, һығылмалығы төрлө дизайнда эшләргә мөмкинлек бирә, еңел, уңайлы һәм ныҡ булыуы яғынан да отошло. Иң мөһиме – яҡтылыҡ нурланышынан һаҡлай, аллергия булдырмай.
Күҙ ауырыуҙары белгестәре әйтеүенсә, кешенең күҙенә ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл нурҙар ҙа, сағыу ҡояш яҡтыһы ла берҙәй үк зарарлы. Шуға күрә күҙлек һайлағанда мотлаҡ һаҡ булырға кәрәк. Күҙ төбөндәге йыйырсыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе менән көрәшеүҙә ҡояш нурҙарын ҡағыусы күҙлектәрҙең мөһимлеген косметологтар ҙа билдәләй.
Шуға күрә һаулығығыҙҙы һәм матурлығығыҙҙы һаҡлап ҡалыу – һеҙҙең ҡулда. Әлбиттә, яҡшы сифатлы күҙлектәрҙе осһоҙ хаҡҡа алып булмай. Шулай ҙа ... “һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тигән әйтемде лә онотмаһаҡ ине.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас