Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Март 2020, 12:00

Аһ, үксәм ауырта...

Үксә тибенгеһенән (шпоранан) нисек ҡотолорға? Был сирҙән халыҡ дауаһы алымдары ла киң таралған. Шуларҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.

Был күренеш, ғәҙәттә, 40 йәштән оло кешеләрҙә күҙәтелә. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарҙа үксә тибенгеһе ир-егеттәргә ҡарағанда күпкә йышыраҡ осрай. Уның төп сәбәпселәре – артыҡ тән ауырлығы, артрит, яҫы табанлылыҡ. Шулай уҡ спортсылар араһында ла был сиргә тарыу хәүефе ҙур.

Ғәҙәттә, үксә иртәнсәк ныҡ ауырта, көндөҙ ауыртыу бер аҙ баҫыла төшә һәм кискә яңынан көсәйә.

Медицинала үксә тибенгеһен дауалауҙа уколдар, башҡа төрлө препараттар тәҡдим ителә. Шулай уҡ был сирҙән халыҡ дауаһы алымдары ла киң таралған. Шуларҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.

* Ике таблетка аспиринды өс процентлы йод менән иҙергә лә ошо “бутҡаны” мамыҡҡа һылап, үксәгә ҡуйырға. Йылы итеп урап, полиэтилен пленка менән көпләргә. Ете көндән һуң тағы ҡабатларға, йәмғеһе өс тапҡыр эшләргә. Әлеге алым аяҡ ситенә һөйәк үҫкәндә лә ярҙам итә.

* Малдың үтен ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Бына социаль селтәрҙә Нурсилә тигән ҡатындың яҙмаһы: “Мин үксәләге тибенгене үт ярҙамында бөтөрҙөм. Кискеһен ауыртҡан урынға бәйләп йоҡлағайным, иртәнсәк тире аҡтарылып төштө. Әлбиттә, үксә бөтәшкәнсе һаҡланырға кәрәк. Был хәлгә 13 йыл ваҡыт үтте, башҡаса тибенге борсоғаны юҡ”.

Әгәр мал үте таба алмаһағыҙ, дарыуханаларҙа һатылған медицина үте лә ярҙам итә.

* Бер сәй ҡалағы балға бер сәй ҡалағы йод өҫтәп, төнгөлөккә яҡшы итеп ышҡып үксәгә һөртөргә һәм йылы ойоҡбаш кейеп йоҡларға. Иртәнсәк йылы һыу менән йыуырға. Быны бер нисә көн ҡабатларға.

Халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!
Фото: alekseevskcrbrt.ru
Читайте нас в