Сәләмәт булайыҡ
13 Марта 2020, 09:00

Паникаға урын юҡ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ

Донъяла коронавирус таралыуға бәйле, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ябай граждандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн психик сәләмәтлек департаментының кәңәштәрен тәҡдим иткән.

Донъяла коронавирус таралыуға бәйле, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ябай граждандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн психик сәләмәтлек департаментының кәңәштәрен тәҡдим иткән. Уның маҡсаты – стресс хәлен кисергәндә психик һәм психологик тотороҡлоҡто, күңел тыныслығын һаҡларға ярҙам итеү.
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төп кәңәштәре:
  1. COVID-19 донъяның төрлө илдәрендәге төрлө кешеләргә йоғонто яһауы ихтимал. Вирус таралыуын билдәле бер этносҡа йә иһә милләткә бәйләп ҡарарға ярамай. Ҡайһы илдә генә сирләп китһәләр ҙә, уларға ҡарата һиҙгерлек һәм аңлау тойғоһо күрһәтегеҙ.
  2. Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сирләп китеүселәрҙе “COVID-19 осрағы”, “ҡорбан”, “сирле”, “COVID-19 ғаиләһе” тип атамауҙарын үтенә. Әгәр ҙә “COVID-19 вирусы табылған кешеләр”, “COVID-19-ҙан дауаланыусы кешеләр”, “COVID-19-ҙан һауығып барыусылар” тип атаһағыҙ, дөрөҫөрәк булыр.
  3. Тынғыһыҙлыҡ, көсөргәнеш тыуҙырған яңылыҡтарҙы тыңлауҙан, уҡыуҙан, ҡарауҙан баш тартығыҙ. Киреһенсә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларлыҡ, бәләнән аярлыҡ саралар күреүгә бәйле мәғлүмәткә иғтибар туплағыҙ.
  4. Ғөмүмән, яңылыҡтар артынан өҙлөкһөҙ күҙәтергә кәрәкмәй – был психикаға насар тәьҫир итә. Яңылыҡтарҙы көнөнә берҙе йәки икене белешһәгеҙ, шул да етә. Унан тыш, тикшерелгән, рәсми мәғлүмәттәргә өҫтәнлөк бирегеҙ, шул уҡ Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Хөкүмәт, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек ойошмаларҙың рәсми сайттарын ҡарап барығыҙ. Был дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте урап үтергә ярҙам итер.
    1. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм башҡаларға ла ярҙам итегеҙ. Ауыр саҡта башҡалар тураһында хәстәрлек күреү кешегә лә , үҙеңә лә файҙа килтерә.
    2. Ыңғай тарихтар табырға тырышығыҙ. Шул уҡ, коронавирус (COVID-19) вирусын йоҡтороп, йүнәлгән кешеләр, сирләп киткәндәргә ярҙам күрһәтеүселәр тураһында уҡырға тырышығыҙ. Уларҙың тәжрибәһенә иғтибар итегеҙ, фәһем алығыҙ.
    3. Сир йоҡторған кешеләр тураһында хәстәр күреүселәрҙе, шулай уҡ COVID-19 вирусынан зыян күргән медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен хөрмәт итегеҙ. Был кешеләр башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡара, һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә.
    4. Сирләүселәргә ярҙам күрһәтеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре юғары көсөргәнеш һәм стресс кисереүен аңлағыҙ. Әммә был улар бурысын үтәй алмай тигәнде аңлатмай. Барлыҡ кешеләр өсөн дә – табиптарға ла, ябай кешеләргә лә стресс менән идара итеү, психоэмоциональ хәлдең тотроҡлолоғон һаҡлау физик сәләмәтлек менән идара итеү кеүек үк мөһим.
    5. Читайте нас