Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Дүртөйлөлә балалар поликлиникаһының яңы дүрт ҡатлы корпусы эшләй башлаған!
Бында көнөнә 200 кешене ҡабул итә алалар. Быға тиклем балалар поликлиникаһы торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан, унда кабинеттар етмәгән, тар коридорҙар булған.
“Хәҙер бында барыһы ла башҡаса. Иркен һәм яҡты кабинеттар, уйнау бүлмәһе, көндөҙгө стационар бар. Тағы шуныһы мөһим: поликлиникала температураһы булған пациенттар өсөн айырым ишектәр ҡуйылған, улар башҡаларҙы зарарламаясаҡ. Был заман медицина учреждениеһы өсөн мотлаҡ талап”, – тип яҙа Радий Фәрит улы.
Көтөлөүенсә, быйыл Дүртөйлөгә эшкә ике педиатр ҡайтасаҡ, әле улар Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыуын тамамлап йөрөй. Улар 1-әр миллион һум аҡса аласаҡ.
“Шулай итеп табиптар менән тәьмин ителеү артасаҡ. Әле бында 17 участкала 13 табип эшләй, тимәк 15 буласаҡ. Кадрҙар етмәү проблемаһы Дүртөйлөлә генә түгел, беҙ уны яйлап хәл итәбеҙ. Беҙҙең ҡалаларҙа заманса медицина үҙәктәре барлыҡҡа килеү менән унда эшләргә теләгәндәр һаны арта”, – тип яҙа Радий Хәбиров.