Өфө ҡалаһының бер мәктәбенән коронавирус симптомы менән 14 йәшлек уҡыусыны дауаханаға алып киткәндәр. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ яңыраҡ Франциянан ҡайтҡан.
Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан гимназияла уҡыусы баланы дәрестән тура дауаханаға алып киткәндәр. Ҡыҙҙың артынан махсус кейемдәге табиптар бригадаһы килгән. Бының сәбәбе - уҡыусы үҙен насар тоя башлаған. Билдәле булыуынса, ҡыҙ яңыраҡ Францияла булған. Әлеге мәлдә был илдә коронавирус менән 2300 кеше сирләүе асыҡланған.
Ҡыҙҙың температураһы күтәрелгән, йүткереү башланған, башы ауыртыуға зарланған. Уҡыусының Европала булғанлығын белеп ҡалған табиптар баланы карантинға һалырға булған. Ҡыҙға әйберҙәрен йыйып, икенсе дәрестән һуң медицина учреждениеһына барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡыҙ ҡурҡыуын белдерһә лә, бөтәһе лә яҡшы булыр тип уйлай. "Коронавирустың симптомдары тураһында уҡыным да ҡурҡыныс булып китте. Иртәгә анализ бирәм. Яҡшыға өмөтләнәм", - тигән ул.
Беҙ ҙә уҡыусы бала менән барыһы ла яҡшы булһын, тип теләйбеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре паникаға бирелмәҫкә өндәй, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, әлеге ваҡытта сит илдән ҡайтҡан граждандарҙың һәр береһен тикшерәләр, күҙәтеү аҫтында тоталар. Был профилактика өсөн эшләнә, тип аңлата улар.