Сәләмәт булайыҡ
16 Марта 2020, 10:00

Аҡ балсыҡты умырып ашайым...

Арағыҙҙа аҡ балсыҡ ҡулланғандар бармы? Уны хужалыҡта, бәғзе сирҙәрҙе дауалағанда, косметологияла ҡулланыу даирәһе ифрат киң, ә ҡайһы берәүҙәр уны рәхәтләнеп ашай ҙа. Әммә һәр ғәмәлдә сама кәрәк.

Арағыҙҙа аҡ балсыҡ ҡулланғандар бармы? Уны хужалыҡта, бәғзе сирҙәрҙе дауалағанда, косметологияла ҡулланыу даирәһе ифрат киң, ә ҡайһы берәүҙәр уны рәхәтләнеп ашай ҙа. Әммә һәр ғәмәлдә сама кәрәк.
Аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай. Бәғзе сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, балсыҡ һауытта һаҡланған һөт әсемәй, яраға иһә, балсыҡ һөртһәң, ул ҡанды туҡтата, яраны уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ организмдарҙан төрлө шлак, ағыуҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡ­шыр­та. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, артрит, остеопороз, бронхит, анги­на кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда ла балсыҡты уңышлы ҡулланалар. Аҡ балсыҡ косметологияла ла киң ҡулланыла. Унан бит­лектәр эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур.
Ләкин һәр нәмәлә сама кәрәк. Бигерәк тә был балсыҡты ашарға яратыусыларға ҡағыла. Уны бер нисә аҙнанан артыҡ ҡул­ланыу рөхсәт ителмәй, сөнки кеше­лә бәйлелек барлыҡҡа килә. Ҡайһы берәүҙәр был осраҡта алмашҡа кунжут ашарға кәңәш бирә. Ә балсыҡты самаһыҙ ҡулланыу организмға зыян килтереүе бар.
Тағы ла шуныһы: балсыҡ ашағы килеү кальций етмәү билдәһе генә түгел, ул организмдағы башҡа тайпылыштар хаҡында ла иҫкәртә. Шуға табипҡа күренергә һәм кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: bragazeta.ru
Читайте нас