Илгә ҡурҡыныс вирус янай, ә дарыуханаларҙа һаман медицина битлектәре юҡ. Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был йәһәттән аңлатма бирҙе.
"Ысынлап та, әле битлектәр бөттө. Был бер беҙҙә генә түгел, бөтә ерҙә шулай. Сәбәбе шунда: битлектәр сит илдән килә ине. Хәҙер үҙебеҙҙә етештереүҙе арттыра башланылар, тәүге партия ошо көндәрҙә килергә тейеш. Беҙ был мәсьәләне контролдә тотабыҙ, спекуляцияға юл ҡуймаҫ өсөн тырышабыҙ. Дарыуханаларҙа хаҡтар артырға тейеш түгел. Медицина учреждениеларында иһә етерлек кимәлдә битлектәр бар һәм хеҙмәткәрҙәр уның менән тәьмин ителгән", – тине ул.
Кешеләр араһында, битлектәрҙән файҙа бармы һуң, тигән һорау тыуа. Уға республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак яуап бирә.
"Битлек, әлбиттә, коронавирустан ярҙам итә. Тик уны дөрөҫ итеп ҡулланырға кәрәк. Мин урам буйында күргәнем бар, танауҙары тышта, ә ауыҙ ябыҡ. Дөрөҫө: ауыҙҙы ла, танауҙы ла ябырға кәрәк. Халыҡҡа быны аңлатыу мөһим. Һеҙ һатып алған бөтә битлектәр бер тапҡыр ҡуллана торған, ул бер сәғәт, сәғәт ярымға ғына етә, аҙаҡ уны алмаштырырға кәрәк", – тине Анна Козак.
Шулай уҡ, уның белдереүенсә, үҙегеҙ эшләгән битлектәр күпкә файҙалыраҡ. Һүҙ һигеҙ ҡат марлянан эшләнгәндәре тураһында. Уларҙы ике сәғәт йөрөтөргә, аҙаҡ дезинфекцияларға һәм яңынан кейергә була.