Башҡортостан Хөкүмәтендә онлайн форматта коронавирусҡа бәйле хәл буйынса брифинг үтте. Унда төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты, "Роспотребнадзор", Гигиена һәм эпидемиология идаралыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала республикалағы уҡыу йорттарының карантинға ябылыуын инҡар иттеләр. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәренең сайттарында дистанцияла һәм электрон уҡыуға күсеү хаҡында мәғлүмәт бар. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университетыныҡында эпидемияға ҡаршы һәм санитар-иҫкәртеү саралары көсәйтелеүе, күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың кисектерелеүе, уҡыу йортона сит кешеләрҙең инеүе сикләнеүе хаҡында хәбәр ителә.
Битлектәргә бәйле хәл республикала һаман киҫкен булып ҡала. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ошо көндәрҙә республика аптекаларына 20 меңдән ашыу маска килтереләсәк, киләһе аҙнала ла шул тиклем үк һаҡланыу сараһы алыу көтөлә. Унан тыш, Дәүләт аптекаһы селтәре стерилле булмаған, күп ҡулланылышлы битлектәрҙе һатыуға сығарырға әҙерләй. Уларҙы, бер тапҡыр ҡулланыла торғандан айырмалы рәүештә, йыуырға, ҡайнатырға, кипкәс, 120 градус эҫелектә үтекләргә кәрәк һәм ҡабат ҡулланырға була. Шулай уҡ ведомство етәксеһе граждандарға стерилле марлянан битлектәрҙе үҙаллы эшләргә тәҡдим яһаны.
"Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, сит илдәге етештереүселәр менән дә маскалар тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әммә улар тәҡдим иткән тауар ҡиммәт – береһе 50 һум самаһы тора. Әлбиттә, бының менән беҙ килешмәйбеҙ", – тине Максим Забелин.
Власть органдары вәкилдәре белдереүенсә, медицина учреждениеларында һаҡланыу саралары һәм дарыуҙар етерлек. Коронавирустың төп билдәләре тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге респиратор инфекцияһыныҡынан бер ни менән дә айырылмай. Был йәһәттән беренсе сиратта сит илдән ҡайтҡан һәм шундай кешеләр менән яҡындан аралашҡандарға хәүефләнергә кәрәк. Статистика ла ошо хаҡта һөйләй: Рәсәйҙә теркәлгән сирлеләрҙең барыһы ла тиерлек - сит илдән ҡайтҡан кешеләр. Әммә үҙен насар тойғандарға дауаханаға үҙаллы барып табипҡа мөрәжәғәт итергә, анализдар тапшырырға кәрәкмәй: үҙегеҙ теркәлгән медицина учреждениеһына шылтыратып хәлде аңлатыу, хәбәр итеү зарур. Унан инде махсус әҙерлек үткән белгестәр сирле янына киләсәк һәм уны дауаханаға алып китәсәк, ҡағиҙәләргә ярашлы ҡараясаҡ. Бының өсөн медицина учреждениеларында тейешле тикшереү һәм һаҡланыу саралары етерлек, тине Максим Забелин.
Мәғлүм булыуынса, сит илдән ҡайтҡан кешеләр, үҙҙәрен насар тоймаған осраҡта ла, ике аҙна йорттарында карантинда булырға тейеш. Уларҙың хәлен табиптар ҙа даими күҙәтеп торасаҡ.
"Был тәү сиратта граждандарҙың социаль яуаплылығына бәйле. Сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең белгестәр әйткәнде үтәүенә башҡаларҙың сәләмәтлеге туранан-тура бәйле", – тине ведомство вәкилдәре. Әлеге ваҡытта республикала коронавирусҡа 1245 кеше тикшерелгән.