"Ғәмәлдә, коронавирус киҙеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ түгел, – ти доктор. – Әле генә хат алдым: йәнәһе, Мәскәүҙә коронавирус йоҡторғандар әллә нисә меңгә еткән, йәһәтерәк кибеткә барып аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡаны алып ҡалығыҙ. Бындай ығы-зығы өсөн яза бирергә кәрәк, бер ниндәй хәүеф юҡ, тыныс ҡына эшләп йөрөгөҙ".
Уның раҫлауынса, киҙеүҙән коронавирусҡа ҡарағанда байтаҡҡа күберәк кеше үлә, ләкин был ғәҙәттән тыш көслө ығы-зығы тыуҙырмай бит.