Улар уңышлы үткән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хроник бөйөр сирҙәренән яфаланған пациенттар оҙаҡ йылдар гемодиализ ярҙамында йәшәгән, улар өсөн тап килерлек донор эҙләгәндәр. Бөйөр организмға берегеп китһен өсөн донор һәм реципиент бер-береһенә ҡан төркөмө буйынса ғына түгел, ә башҡа иммунологик үҙенсәлектәр буйынса ла тап килергә тейеш.