Сәләмәт булайыҡ
16 Марта 2020, 19:15

Сәйәхәттәрҙе кисектереп тороғоҙ!

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр, сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу мәсьәләләрен асыҡлап үтте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә онлайн форматта ойошторолған брифингта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр, сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу мәсьәләләрен асыҡлап үтте.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта Европа илдәре менән осоштар сикләнгән, шулай уҡ Һиндостан, Азербайжан һәм башҡа илдәр менән транспорт бәйләнештәре туҡтатылып тора. Быларҙың барыһы ла коронавирус таралмаһын өсөн эшләнә. Әле өс меңдән ашыу республика гражданы сит илдәрҙә. Уларҙы тыуған еренә ҡайтарыу өсөн чартер рейстар ойоштороласаҡ.
Яҡташтарыбыҙҙың ҡайҙа һәм ниндәй хәлдә икәнлеген белеү өсөн, уларға мотлаҡ үҙҙәре булған илдәге Рәсәй илселегенә мөрәжәғәт итеү фарыз.
"Чартер рейстарына бәйле Өфө аэропорты эшендә, расписаниела үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Унан тыш, март, апрель, май айҙарында сит илгә йыйынған граждандарға айырым мөрәжәғәт итәм: сәйәхәттәрегеҙҙе кисектереп тороуығыҙҙы һорайбыҙ", – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Әйткәндәй ошо осорҙа алынған поезд һәм самолет билеттарын кире ҡайтарырға һәм аҡсаһын алырға мөмкин, хатта кире ҡайтарылмай торған статуста булғандарын да. Бының өсөн билет һатҡан компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡаршылыҡтар тыуһа, "Роспотребнадзор"ҙың төбәктәге идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: g1.nh.ee
Читайте нас